Йәнтөйәк
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Рус
Тат
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Сентябрь 2020, 14:32
Илһөйә Бәҙретдинова: "Кеше күрмәһә ярар ине..."
Билдәле йырсы Илһөйә Бәҙретдинова ҡатын-ҡыҙға ғына хас ҡыҙыҡтары менән аптыратып та, көлдөрөп тә бөтә. "Инстаграм"дағы сәхифәһендә бына тағы бер яҙма урынлаштырған. Ысынлап та, мин дә уның һымаҡ икән, тип уйламанығыҙмы?
Был юлы ул һәр гүзәл затҡа яҡын кейем темаһына фекерен яҙып ҡуйған:
"Кеше күрмәһә ярар ине быны", – тип уйлай-уйлай кейә торған пижамағыҙ бармы ул һеҙҙең дә? Миндә бар. Күпте күрҙе ул минең менән. Һәр бер табы – үҙе бер тарих! Йыуырға ырғытҡан һайын, бүтән кеймәм инде, йыуам да ташлайым, тип уйлайым. Йыуылғас, киптерергә эленә. Кипкәс, үтекләнә... Үтекләгәс, кейелә... Бик матурҙары ла бар ҙа бит. Ләкин быныһы күңелгә яҡын. Йомшаҡ. Рәхәт. Йәмһе-е-еҙ... Тик үҙемдеке! Ташламайым. Ҡулым бармай. Бирнәм ул минең! Шуны кейәм дә ятам..."
Илһөйә Бәҙретдинованың моңло тауышына өҫтәп шундай сабыйҙарса самимилығы, эскерһеҙлеге, ябай ҡатын-ҡыҙ булып ҡала белеүе өсөн халыҡ уны яраталыр ҙа. Яҡшылабыраҡ ҡараһаң, ул нәҡ минең кеүек, нәҡ һинең кеүек, эйеме?
Фото: vk.com/ilsiya_badretdinova
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: