Йәнтөйәк
+25 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Сентябрь 2020, 17:38

Борсолмағыҙ, түләүҙәр килеп етәсәк!

Өсөнсө һәм артабанғы бала тыуған осраҡта балаларға өс йәш тулғанға ҡәҙәр тәғәйенләнгән айлыҡ аҡсалата түләүҙәр өсөн федераль бюджеттан 818,7 миллион һум күләмендә өҫтәмә аҡса бүленде, тип хәбәр итә республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

Быйылдан башлап 2017 йылдың 31 декабренән һуң тыуған сабыйҙарға айлыҡ түләүҙәрҙе күберәк ғаилә ала башлаған, сөнки социаль ярҙамды биреү шарттары үҙгәргән.
Былтыр ул 8 мең ғаиләгә түләнһә, 2020 йылдың тәүге яртыһында 9 меңгә яҡын ғаилә социаль ярҙам сараһынан файҙаланды. Быйыл 25 меңдән ашыу баланы түләүҙәр менән тәьмин итеү күҙаллана. Айлыҡ аҡсалата түләү суммаһы - 8993 һум.
Әле Рәсәй Хеҙмәт министрлығы менән өҫтәмә килешеү төҙөү процедураһы бара. Финанс средстволары килеү менән ғаиләләр түләүҙәрҙе тулы күләмдә аласаҡ. Кемдәрҙең түләү срогы 4 апрелдән 31 авгусҡа тиклемге осорҙа тамамланған, борсолорға кәрәкмәй, ул автоматик рәүештә алты айға оҙайтыла. Түләүгә тәүге тапҡыр ғариза яҙыусылар урындағы социаль ярҙам үҙәктәренә йәки күп функциялы үҙәк филиалдарына документтар менән мөрәжәғәт итһен. Әлеге түләүҙе алыу өсөн был мотлаҡ шарт.
Фото:Kumertime.rbsmi.ru
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: