* Бисмиллалап бешерһәң, өйөңдә фәрештәләр ҡыуаныр.
* Өҫтәл, иҙәнең таҙа торһон, урын-ҡаралтың йыйыулы булһын, бәрәкәт килер.
* Кейемде, бигерәк тә сабый кейемен йыйыштырып, урынлаштырып тор, һаулыҡ артыр.
* Тәҙрәләрҙе ваҡыт-ваҡыты менән һөртөп, көҙгөләрҙе таҙа тот, фәрештәләр ҡыуаныр.
* Юлға сыҡҡанда доғаларыңды уҡып, пакланып сыҡ, юлың уңыр.
* Йортоңда гөлдәр үҫтер, уларҙың һабағына фәрештәләр ҡуныр.
* Асыулы сағыңда йыуын, һыу асыуыңды баҫыр.
* Ҡайғыла ла, шатлыҡта ла сама бел, артыҡ ҡайғырыу йәки шашып шатланыу ҙа зиһенгә зыян итер.
* Аҡсаңды алған көнөндә өйҙә ҡундыр, бәрәкәтле булыр.
* Бала кейемен, уйынсыҡтарын иҙәндән, аяҡ аҫтынан алып ҡуйығыҙ, һау булыр.
* Ҡунаҡ үҙенең күстәнәсенән ауыҙ итһә, ғүмере оҙон булыр.
* Ҡунаҡты күстәнәс менән оҙат, һин биргән тәм-том менән сәй эскәндә насар һөйләй алмаҫ.
* Эске кейемде кешенән йәшереп элегеҙ, күҙгә салынмаһын, шәхси энергия үҙегеҙҙә ҡалыр.
* Оҡшамаған кешенән һыу, икмәк, сәй кеүек нәмә алмағыҙ, көсөгөҙ үҙегеҙҙә ҡалыр.