Асҡындар “Алтын тирмә”лә беренсе генә ҡатнашмай. Шуныһы ҡыуаныслы, барған һайын еңеү менән ҡайталар. Кисә Асҡын тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Әнзирә Ноғоманова, мәғариф ветераны Наил ағай Хәйруллин, Иҫке Ҡаҙансы мәктәбе директоры Мансур Нуриәхмәтов БСТ каналында барған “Алтын тирмә” тапшырыуында ҡатнашып, тағы ла уңышҡа иреште.
— Ҡариҙел районы командаһын мәрәйҙәр һаны буйынса артта ҡалдырып, еңеү яуланыҡ. Бында беҙҙе ойоштороп, әҙерләп алып барыусы Әнзирә Мөкәрәм ҡыҙының роле ҙур. Бәйге ике турҙан торҙо. Тематикаһы күберәк шәжәрә менән бәйле булды. Һәр беребеҙ үҙе менән таныштырып, ниндәй ырыуға ҡарағаныбыҙҙы, ҡыҫҡаса шәжәрәбеҙ тураһында һөйләнек. Мин музыкаль ҡотлау итеп башҡорт бейеүен башҡарҙым. Тарих, әҙәбиәт, спорт, тәбиғәт, фән темалары беҙгә яҡшы таныш булғас, һорауҙарға дөрөҫ яуап бирҙек. Ҡотлауҙарға, биргән бүләктәргә бик шатбыҙ. Уйындан, мәртәбәле ҡунаҡтар менән осрашыуҙан яҡшы тәьҫораттар алып ҡайттыҡ, — тип һөйләне Наил ағай.