Йәнтөйәк
+11 °С
Ясна
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Рус
Тат
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Сентябрь 2020, 12:06
Алты шешә коньяк өсөн...
Баш ҡалала киноларҙа ғына осрай торған аяныслы хәл булған: супермаркеттарҙың береһенә ике ир килеп ингән һәм сауҙа нөктәһе директорына ҡарата көс ҡулланып, алкоголле эсемлектәр алып сығып киткән.
Ябай итеп әйткәндә, директорҙы туҡмап, алты шешә коньякка хужа булған улар.
Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә. Асыҡланыуынса, енәйәтселәр машина менән ҡасырға ниәтләгән.
Талаусыларҙы хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре махсус операция ярҙамында эҙәрлекләгән. Береһен урында уҡ тотҡандар, икенсеһе ҡасып киткән. Енәйәтселәр хаҡында аныҡ мәғлүмәт әлегә юҡ. Уларҙың береһенең такси хеҙмәтендә эшләүе мәғлүм.
Фото: omskinform.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: