Йәнтөйәк
+1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Сентябрь 2020, 12:05

Төҙөкләндереү эше тамамлана

Ҡаланың Болон урамындағы йортто комплекслы төҙөкләндереү тамамланыуға табан бара. Ошо йорттарҙа йәшәүселәр эштең сифаты менән ҡәнәғәт. Ике ҡатлы өйҙәр барлыҡҡа килгәндән һуң төҙөкләндерелмәгән йорт биләмәһе бөтөнләй үҙгәрҙе.

Тауҙар, ҡомлоҡтар, эскәмйәләр урынлаштырылған һәм кескәйҙәр йығылып ауыртынмаһын өсөн махсус өҫлөк йәйелгән балалар майҙансығы төҙөлдө. Тротуарҙарға асфальт түшәлде. Сәскә түтәлдәре өсөн балсыҡ килтерелә. Видеокүҙәтеү системаһын монтажлау ҙа бара. Алда биләмәне йәшелләндереү, парковка урындарын маркировкалау эше тора. Өҫтәмә эскәмйәләр ҙә ҡуйыласаҡ. Өфөнән “Вертикаль” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте балалар майҙансығын, подъезд участкаларын кәртәләү менән мәшғүл. Һәр подъезд янына сүп һауыттары ҡуйыласаҡ. Бөтәһе лә берҙәм стилдә һәм төҫтә башҡарыла.
— Афариндар! — тип баһа бирә балалар майҙансығында ейәненең уйнауын күҙәтеүсе апай. — Тиҙ һәм берҙәм эшләйҙәр. Үҫмерҙәр өсөн генә бер нәмә лә юҡ. Уларға бер нисә тренажер һәм баскетбол кәрзине ҡуйылһа, яҡшы булыр ине. Малайҙар уларҙың йәшенә тура килмәгән бәүелсәктә һәм тауҙарҙа уйнай. Шулай ватып бөтөрөүҙәре лә бар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “Башҡорт ихаталары” республика программаһында тренажерҙар урынлаштырыу ҡаралмаған. Был әлегә генә шулай. Программаны беренсе йылдарҙа тормошҡа ашырыуҙа башҡарыласаҡ эштәр һаны бөтөнләй аҙ ине.
Белешмә
“Башҡорт ихаталары” программаһы республикала “Заманса ҡала мөхитен формалаштырыу” төбәк программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Ул үҙ сиратында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты мәсьәләләрен хәл итә. Инициаторы булып Рәсәй Президенты Владимир Путин тора.
Программа 2019-2024 йылдарға иҫәпләнгән. 2024 йылға тиклем республикала 3000 тирәһе йорт биләмәләрен төҙөкләндереү планлаштырыла. Бөрөлә быйыл эштәр дүрт объектта бара.
Читайте нас: