“Хөрмәтле борайҙар! Мин үҙемдең Борай районы хакимиәте башлығы вазифаһындағы һөнәри эшмәкәрлегемде тамамлайым. Бөтәгеҙгә лә ярҙамығыҙ һәм дөйөм эшмәкәрлек өсөн ихлас күңелдән рәхмәт әйтәм.
Һәр ваҡыт намыҫ менән һөҙөмтәле эшләргә тырыштым, ғорурлана һәм эшемде ярата инем. Бындағы хеҙмәт осоронда еңел булмаған шарттарҙа эшләү буйынса тәжрибә тупланым. Борай районында ҡыҙыҡлы, талантлы, фекерләүсе һәм битараф булмаған кешеләрҙе осратыуым менән бәхетлемен.
Артабан да Борай районы йәшәһен һәм сәскә атһын! Һәр ғаиләгә һәм һәр йортҡа ысын күңелдән һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләйем”, – тип яҙҙы ул.
Район хакимиәтендә был мәғлүмәтте раҫланылар һәм уның икенсе эшкә күсеүе арҡаһында китеүен белдерҙеләр. Уның артабан ҡайҙа эшләйәсәге тураһында хәбәр ителмәй. Шулай уҡ әлегә Борай районы хакимиәте башлығы вазифаһына кемдең килере лә билдәле түгел.