Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Сентябрь 2020, 12:24

Һөнәренә бар күңел йылыһын һала

Снежана Рәзетдинова рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Розалия Хафиз ҡыҙы һәм инженер-нефтсе Альберт Мирғанур улы ғаиләһендә Өфө ҡалаһында тыуған.

1989 йылда мәктәпте яҡшы билдәләргә генә тамамлап, ул Башҡорт дәүләт педагогия институтының башланғыс белем биреү педагогикаһы һәм методикаһы факультетына уҡырға инә. 1993 йылда юғары белем алып, үҙенең хеҙмәт юлын Өфөнөң 118-се гимназияһында башланғыс класс уҡытыусыһы булып башлай.
Снежана Альберт ҡыҙы 1995 йылда яҙмышын Азат Сираев менән бәйләй һәм йәш ғаилә Ҡариҙелдә йәшәй башлай. Ошо ваҡыттан башлап ул Ҡариҙел 1-се урта мәктәбендә башланғыс класс уҡыусыларына төплө белем һәм тәрбиә бирә.
— Ҡалала тыуып үҫкәс, башта ауыл тормошона өйрәнеүе ауырыраҡ булды. Ләкин йәнәшәмдәге яҡшы кешеләр — Мазһар Сирай улы, Рәйсә Хан ҡыҙы, һөйөклө тормош иптәшем Азат һәр ваҡыт ярҙам итте. Мәктәптәге татыу һәм берҙәм коллектив, тәжрибәле уҡытыусылар ҙа кәңәштәре менән булышты, — тип һөйләй Снежана Альберт ҡыҙы.
“Йөрәгемде балаларға бирәм” — Снежана Альберт ҡыҙының “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2012” район конкурсында еңгән номинацияһы шулай атала. Ул — тәжрибәле һәм талантлы уҡытыусы, эшенә бар күңел йылыһын һалыусы һәм балаларҙы ихлас йөрәктән яратыусы педагог. Уға намыҫлылыҡ, ярҙамсыллыҡ, талапсанлыҡ кеүек сифаттар хас. Уҡытыусы заманса алымдар менән белем бирә, проект эшмәкәрлеген, компьютер технологияларын әүҙем ҡуллана.
Снежана Альберт ҡыҙының элекке уҡыусылары үҙҙәренең тәүге уҡытыусыларына рәхмәттәрен әйтә, хөрмәт итә, шылтыратып хәл белә. Уҡыусылары башланғыс класта төплө белем алып юғары кластарҙа ла һынатмай.
Снежана Альберт ҡыҙы — әүҙем йәмәғәтсе лә, башланғыс класс уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе булды, 2009 йылдан башлап мәктәптең беренсел профсоюз ойошмаһы профкомы рәйесе булып тора. 2019 йылда Профсоюз лидерҙары конкурсында ҡатнашҡаны өсөн Бөтә Рәсәй мәғариф профсоюзы уны әүҙем эшмәкәрлек өсөн Почет грамотаһы менән бүләкләне. Йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүҙәге ирешелгән уңыштары өсөн Ҡариҙел район хакимиәтенең, мәғариф бүлегенең һәм белем усағының Почет грамоталарына лайыҡ. Һәр уҡыу йылында муниципаль, республика, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдәрҙә еңеүселәр һәм призерҙар әҙерләгән өсөн олимпиадалар һәм конкурстар ойоштороусыларҙан Рәхмәт хаттары ала. Снежана Альберт ҡыҙы — юғары категориялы уҡытыусы.
Уҡытыусы өсөн иң юғары бүләк — уҡыусыларының уңыштары, хеҙмәттәштәренең хөрмәте һәм ғаиләһенең һөйөүе. Ул — һөнәренә ғашиҡ уҡытыусы, фәһемле кәңәштәре менән булышыусы хеҙмәттәш, һөйөклө тормош иптәше һәм әсәй.
Лилиә Ғабдуллина, Ҡариҙел 1-се урта мәктәбенең башланғыс класс уҡытыусыларының мәктәп методик
берекмәһе етәксеһе.
Читайте нас: