Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Сентябрь 2020, 12:28

Бабич рухы — беҙҙең күңелдә

Мишкә районы Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыуҙы билдәләнеләр

Йәмле август айының һуңғы көндәре мишкәләр өсөн айырыуса тулҡынландырғыс, иҫтәлекле булды. Яҡташыбыҙ, бөйөк шағир, йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыу айҡанлы ата-бабалары төбәге Ҡыйғаҙытамаҡта ҙур сара уҙғарылды. Шәхестең атаһы Мөхәммәтзакир мулла ошо ауыл уҙаманы, бында ерләнгән. Әле лә ауылда Бабич фамилияһын дауам итеүселәр бар. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыуҙы билдәләү тураһындағы Указы буйынса юбилей саралары Мишкә районында башланды. Йыл аҙағынаса Дүртөйлө, Йылайыр райондарында һәм Өфө ҡалаһында ла үтәсәк.
Тантаналы сарала мәртәбәле ҡунаҡтар — Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, шағирә, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, фольклорсы, Республика халыҡ ижады үҙәге белгесе Гөлгөнә Баймырҙина, билдәле тарихсы Салауат Хәмиҙуллин, Бабич нәҫелдәре – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Нәфирә Иҡсанова (Бабичева), Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Рушанна Бабич ҡатнашты.
Ауыл эшсәндәренә һәйкәл
Байрам саралары сиктәрендә Ҡыйғаҙытамаҡ эшсәндәренә арналған һәйкәл асылды. Элек-электән ҡыйғаҙытамаҡтар үҙҙәренең эшһөйәрлеге менән айырылып торған, һәр ваҡыт баҫыу эштәре буйынса районда алғы рәттәрҙә була. Шуға күрә лә һәйкәлгә Т-74 тракторы һайланған. Проекттың авторы сығышы менән Ҡыйғаҙытамаҡ улы, оҙаҡ йылдар Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтендә бүлек мөдире булып эшләүсе Хәлил Фарваев. Тап уның етәкселеге аҫтында инициатив төркөм булдырыла, ойоштороу эштәре хәл ителә. Ауылдаштарын тәбрикләп, хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ҡәҙим Шәйхетдинов сығыш яһаны. Ул Ҡыйғаҙытамаҡтан сыҡҡан билдәле кешеләрҙе атап, хеҙмәт династияларын һанап китте. Был һәйкәл фиҙаҡәр хеҙмәте менән ауыл һәм райондың үҫешенә ҙур өлөш индергәндәр иҫтәлегенә бағышланған. Уны эшләү дәүерендә ярҙам күрһәтеүсе ауылдаштарға район хакимиәте башлығы Павел Трапезников Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Бабич музейы
Артабан сара Шәйехзада Бабичҡа арналған музей асыу тантанаһы менән дауам итте. Музейҙа шәхестең тормош юлы һәм ижады тураһында мәғлүмәт тупланған, шәжәрә ағасы төҙөлгән. Бында шағирҙың бер туған апаһы Фәсәхәт Бабичева төҙөгән Бабичевтар шәжәрәһе һаҡлана. Ҡунаҡтар өсөн музей буйлап экскурсияны Альбина Ғизетдинова үткәрҙе. Шәйехзада Бабичтың шәжәрәһе тураһында шағирҙың яҡын туғаны Алина Айгишева сығыш яһаны.
Ҡыйғаҙытамаҡтарҙы был ҙур сара менән ҡотлап, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова сығыш яһаны:
— Шәйехзада Бабичтың тыуған төйәгендә бөгөн шундай матур сара ойошторолоуына сикһеҙ шатбыҙ. Шағирҙың “Ал да нур сәс халҡыңа!” һүҙҙәре башҡорт халҡы өсөн күптән оран, девиз һымаҡ ҡабул ителгән. Ҡыҫҡа ғына ғүмер эсендә яҡты йондоҙ булып балҡыған шағирыбыҙ бит ул Шәйехзада Бабич.
Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев үҙенең сығышында музейҙың интерактив вариантын булдырыу тураһында һүҙ алып барҙы.
— Шәйехзада Бабич билдәле шәхес, был музейҙа уникаль мәғлүмәттәр тупланған. Республика халҡы мотлаҡ уларҙы күрергә, танышырға тейеш. Бөгөн шағирҙың рухы беҙҙең менән, беҙ уны тоябыҙ, ул йөрөгән урамдарҙан үттек, ул һулаған һауаны һуланыҡ, — тине Ранис Рәйес улы.
Сараны ойоштороуҙа әүҙемлек күрһәткән Ҡыйғаҙытамаҡ кешеләренә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Маҡтаулы исемгә
лайыҡ булдылар
Сарала яҡташыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, “Мираҫ” йыр-бейеү ансамбленең художество етәксеһе Нәфирә Иҡсановаға (Бабичева) “Мишкә районының Почетлы гражданы” исеме бирелде. Нәфирә Нәжметдин ҡыҙы Иҡсанова 1951 йылдың 14 мартында Мишкә районы Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында тыуған. Нәжметдин уҙамандың һигеҙ балаһы ла йырларға, төрлө уйын ҡоралдарында уйнарға ярата. Әммә ҡыҙҙарҙың барыһы ла медицина юлын һайлай.
Апайҙарына эйәреп Нәфирә лә медицина училищеһына уҡырға инә. Уҡыуын тамамлап, дауаханала эшләй. Тик сәнғәткә булған һөйөү барыбер өҫтөнлөк ала. 1978 йылда Өфө сәнғәт училищеһын (З. Х. Ғөбәйҙуллина класы), 1983 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын (Э. Х. Ғәйфуллина класы; 1999, А. И. Корякин курсы) тамамлаған. 1983-2006 йылдарҙа — Өфө сәнғәт училищеһында, 2001 йылдан алып Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыта, бер үк ваҡытта Хор капеллаһының художество етәксеһе һәм баш дирижёры булып эшләй. Нәфирә Нәжметдин ҡыҙы 2007 йылдан башлап «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбленең художество етәксеһе. Мишкә районында үткән ҙур сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша.
— Хеҙмәтемде юғары баһалаған өсөн сикһеҙ рәхмәтемде белдерәм. Был исемде алыу минең өсөн ҙур бәхет. Бөгөнгө сара барыбыҙҙы ла берләштерҙе, яҡынайтты. Яҡташтарыбыҙ өсөн ғорурлыҡ хисе кисерәм, — ти Нәфирә Иҡсанова.
Бабич һүҙе
Тантанала Бабич ижадынан илһам алған кескәйҙәр – Республика халыҡ ижады үҙәге, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм “Аҡбуҙат” балалар журналы тарафынан ойошторолған “Бабич һүҙе” конкурсы еңеүселәре лә тәбрикләнде. Өфө ҡалаһының Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Искәндәр Әминев “Ҡурайҡайға” шиғыры менән Гран-при яуланы. Искәндәрҙең сәхнәлә шиғырҙы юғары кимәлдә башҡарыуы, ҡурайҙа уйнауы халыҡты таң ҡалдырҙы. Ете йәшкә тиклемге ҡатнашыусылар араһында 1-се урынға Йылайыр районы Матрай ауылынан килгән Нәркәс Бикбулатова лайыҡ булды. Ләйсән «Йәйғор» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе. Конкурста «Беҙ үҙебеҙ башҡорттар» шиғыры менән ҡатнаша. Хәйбулла районы Аҡъяр ауылынан килгән Ләйсән Мәмбәтова “Кем өсөн” шиғыры менән 2-се урынға сыҡҡан. 3-сө урынды Дүртөйлө ҡалаһы 12-се "Алтынсәс" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Артём Ғиләжев яуланы. Ул конкурсҡа «Башҡортостан” шиғырын тәҡдим иткән. Конкурста Мишкә районы Оло Шаҙы уҡыусылары ла ҡатнашты. Азалия Хәбибуллина һәм Эльвина Фәхрисламова “Ата-бабалар рухына тоғролоҡ” номинацияһында еңеүсе тип табылған һәм махсус бүләккә лайыҡ булды.
— Бөйөк башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың ата-бабалары төйәге Мишкә районы Ҡыйғаҙытамаҡ ауылына байрам сараһына барып ҡайттыҡ. Сара бик оҡшаны, шағирҙың туғандары менән аралаштыҡ, Шәйехзада Бабичтың музейын асыу тантанаһында ҡатнаштыҡ, «Бабич нуры» мәсетендә булдыҡ. Шулай уҡ шағирҙың атаһы Мөхәмәтзакир Бабичев йәшәгән нигеҙҙә һәм уның ҡәберендә булдыҡ. «Аҡбуҙат» журналы редакцияһына, журналдың баш мөхәррире Лариса Абдуллинаға балаларҙы башҡорт рухында тәрбиәләүсе конкурс ойошторғаны өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм! – тине Хәйбулла районынан килгән Ләйсәндең әсәһе Светлана Мәмбәтова.
Билдәләп үтергә кәрәк, конкурс тик “Аҡбуҙат” журналына яҙылған балалар араһында ойошторолдо. Бәйгеселәрҙең сығышын халыҡ көслө алҡыштар менән ҡаршы алды. Уларҙың һәр береһенә Почет грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Дуҫлыҡ күпере
Шәйехзада Бабич исеме өс районды берләштерә. Мишкәлә уның тамырҙары, Дүртөйлө районында йәшәгән, ижад иткән, Йылайыр районында ғүмеренең һуңғы минуттарын кисергән. Байрам ҡунаҡтары Дүртөйлө районы Әсән ауыл Советы башлығы Рөстәм Кәлимуллин, Йылайыр ауыл Советы башлығы Александр Годуленко һәм Мишкә ауыл Советы башлығы Рөстәм Ишмакаев тантаналы рәүештә ошо өс ауыл Советы араһында дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Сара Шәйехзада Бабичтың бюсына сәскә һалыу менән тамамланды. Был көндө шәхестең исеме һәр береһенең телендә, күңелендә булды.
Лилиә ХӘСӘНОВА.
Читайте нас: