Йәнтөйәк
+4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Сентябрь 2020, 12:13

Уңғандарҙың ҡабағы өлгөргән!

Һәр төбәктең үҙенә генә хас үҙенсәлеге була.

Ә бына Хәйбулла районының Оло Әбеш ауылында йәшәүселәр күпләп ҡабаҡ сәсеүе менән районда дан тота. Бында йыл һайын уңыш йыйып алынғас, "Ҡабаҡ байрамы" үткәрелә. Ауылдың иң уңған баҡсасылары үҙҙәре үҫтергән ҡабаҡтан төрлө аш-һыу, ҡайнатма, компот әҙерләп алып сыға, иң ҙур һәм күп ҡабаҡ үҫтергән баҡсасы билдәләнә.
Быйылғы йылда иң ҙур һәм иң күп ҡабаҡты Рәмилә һәм Фуат Илембәтовтар үҫтергән. Егәрле хужаларҙың йәшелсә-емештәре менән баҙҙары тулған, келәттәренә һалыр урын да юҡ. Уңған баҡсасының көҙгө уңышы ла ҡыуандыра шул.
Фото: Әбеш ауыл биләмәһе сайтынан.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: