Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Сентябрь 2020, 12:34

Урмияҙҙа шишмә төҙөкләндерелде

Кисә Асҡын районының Урмияҙ ауылында, “Тере һыу” социаль проектына ярашлы, Шәһәүетдин шишмәһе төҙөкләндергәндән һуң асылды. Был урын бик матур, кешеләр күпләп килә. Шишмә Төй йылғаһының һул яҡ ярында урынлашҡан.

Сәләмләү телмәре менән Асҡын районы хакимиәте башлығы Ришат Дихин сығыш яһаны. Уның белдереүенсә, төҙөкләндерелгән был урын һәр кем өсөн мәҙәни-ял урынына әйләнәсәк. Уға тиклем ҡырсынташтан юл һалынған, тротуар плиткаһы түшәлгән, балалар өсөн бәүелсәк, ҡомлоҡ һәм тау ҡуйылған.
Шишмәне асыуҙа республиканың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды бүлеге етәксеһе Азат Урманов та ҡатнашып, социаль программаны тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт әйтте. Уға ярҙамы өсөн Ришат Дихин Рәхмәт хаты тапшырҙы.
– “Тере һыу” Асҡын халҡы өсөн бик кәрәк. Бында һыу сығанаҡтары күп түгел. Һыу үткәргес тә бөтә ерҙә лә юҡ, халыҡ ҡоҙоҡтар ҡаҙа. Тик йыш ҡына ул һыу эсергә яраҡһыҙ булып сыға һәм проблема тыуа: эсәр һыуҙы ҡайҙан алырға? Әлеге шишмәне урындағы халыҡ бик ярата. Бынан ауыл кешеләре генә түгел, ситтән килгәндәр ҙә һыу ала. Шуға күрә шишмәне ҡарап, таҙартып тороу мөһим”, – ти проект авторҙары.
Шишмәне асыу ауыл халҡы өсөн ҙур байрамға әйләнде. Табын ойошторолдо, концерт ҡуйылды. Шишмәне асҡас, бөтәһе лә уның шифалы һыуын тәмләп кинәнде.
Фото: Асҡын районы хакимиәте.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: