“Дуҫлыҡ” аллеяһы — Совет урамында йәйәүлеләр йөрөү өсөн тротуар, балалар өсөн — уйын, өлкәндәр өсөн спорт майҙансыҡтары — “Уңайлы ҡала мөхите” программаһы буйынса төҙөлдө. Яҡын киләсәктә район үҙәгендә ошондай уҡ “Ғаилә” һәм “Мәктәп” аллеялары булдырыласаҡ.
Бөйөк Ватан һуғышында райондан 10700 кеше ҡатнашҡан, уларҙың 84-е — ҡатын-ҡыҙҙар. Әлеге көндә ике ветеран ҡатын-ҡыҙ иҫән: Хәнифә Фазлыйәхмәтова һәм Кәбирә Зартдинова. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, инфекция таралыу ҡурҡынысы булыу сәбәпле, улар тантанаға килә алманы. 84 ҡатын-ҡыҙҙың береһенә — Мөнәүәрә Фазылбәковаға тыуған еренә әйләнеп ҡайтыу насип булмай. Ул Иҫке Уразай ауылында тыуып үҫкән. Һуғышҡа тиклем Шауъяҙы ауылында фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшләгән. Ростов өлкәһенең Скацерк ауылы янында барған алыштар ваҡытында Мөнәүәрә яралылар тулы блиндаж өҫтөнә килгән немец танкы аҫтына гранаталар тотоп ташлана. 19 йәшлек яҡташыбыҙ яралыларҙың ғүмерен һаҡлап ҡала, үҙе һәләк була. Бөйөк Еңеүгә 75 йыл уҙһа ла, балтастар Мөнәүәрә апайҙың батырлығын онотмай. Тыуған ауылындағы шишмәгә уның исеме бирелгән. Быйыл иһә бер төркөм райондаштар уға һәйкәл ҡуйыу инициативаһы менән сыҡты, йәмәғәтселек һәм етәкселек был идеяны хупланы. Скульптор Илгиз Фәйзуллин ҡулына граната тотоп танкка ҡаршы күтәрелгән батыр ҡыҙ образын һәйкәл итеп ҡойҙо.
Һәйкәлдең үҙәгенә һуғышта ҡатнашҡан 84 ҡатын-ҡыҙҙың исеме уйып яҙылған плитәләр урынлаштырыласаҡ.
Тантанаға Мөнәүәрә Фазылбәкованың Екатеринбург, Өфө, Ағиҙел, Благовещенск, Бөрө ҡалаларында йәшәүсе туғандары ҡайтты, Бигелде һәм Һәйтәк ауылдарынан туғанының балалары килде. Улар исеменән Данис Бохари улы Вәлиев сығыш яһаны. Балтас һәм Асҡын райондары ахуны Рәфис Шәйхәйҙәр һуғышта һәләк булған яҡташтарыбыҙ рухына доға ҡылды.
Тантанала район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев, район ветерандар советы рәйесе Ғәли Сәрүәртдинов, Мөнәүәрә Фазылбәкованың ауылдашы Хәнис Хажимов сығыш яһаны. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рая Хәмәева Тушҡыр ауылында йәшәүсе һәүәҫкәр шағирә Гөлшат Ихсанова һүҙҙәренә “Батыр ҡыҙға” тигән йыр ижад итте. Һәйкәлде асҡан ваҡытта яңғыраған был йыр һәр кешенең күңеленә үтеп инде.
Райондың 90 йыллығына бағышланған тантанала мәртәбәле ҡунаҡтар: республиканың дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре профсоюздары лидеры, райондың элекке етәксеһе Рәшит Мирһәди улы Харрасов, яҡташтарыбыҙ — эшҡыуар Рәүис Хатмулла улы Баһауетдинов, табиб Өлфәт Әхмәтнур улы Ғәлиәкбәров, юл һәм төҙөлөш эштәре подрядсылары Шамил Күсәбаев, Овик Нргеян ҡатнашты. Район тормошоноң төрлө өлкәләрендә тырыш хеҙмәт һалған шәхестәр — Фәйзелҡәүи Әкбәров, Асия Әхмәтшина, Рифғәт Дауытов, Әхсән Динисламов, Ғалтаф Мулләхмәтов, Фәрит Нәбиев, Светлана Сәлихова, Зәбир Сәрүәртдинов, Ғәзим Талипов, Марат Хәйруллин, Риф Хөснуллин, Розалия Хәмәтнурова, Ғәзнәүи Мусин, Петр Абдулов һәм башҡаларға “Балтас районына 90 йыл” миҙалы тапшырылды.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яңы ғына вафат булған хөрмәтле райондашыбыҙ — ҡатлаулы үҙгәртеп ҡороу осоронда район хакимиәте башлығы булып эшләгән Рәшит Тәрәҡи улы Исламов һәм 40 йыллыҡ хеҙмәтен мәғариф өлкәһенә бағышлаған Мәдхәт Сабир улы Мозафаровтың миҙалдарын, Рәшит Тәрәҡи улына бирелгән “Балтас районының Почетлы гражданы” исемен мәрхүм яҡташтарыбыҙҙың балалары ҡабул итеп алды. “Райондың Почетлы гражданы” исеменә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, 1982 йылдан алып район педиатрия хеҙмәтен етәкләүсе Луиза Хәниф ҡыҙы Хәжимуллина һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғәзнәүи Ғәрәфи улы Мусин лайыҡ булды. Шулай уҡ был көндө биш бала әсәләре Светлана Сәрүәртдиноваға, Илиза Фәсәхетдиноваға — “Әсәлек даны” миҙалы, Шамил Әхмәҙуллинға һәм Илшат Ғәлләмшинға — Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының, Татьяна Герасеваға Рәсәй Федерацияһы Үҙәк союзының Почет грамоталары тапшырылды. 60 йыл бергә йәшәгән Рида һәм Әнғәм Мостафиндар, 50 йыл бергә йәшәгән Орҡиә һәм Равил Асҡаровтар, Фәғилә һәм Рәлиф Хисмәтовтар, Рәзидә һәм Хафиз Әсләмовтар, Мәүлизә һәм Муллахан Ғәлиәкбәровтар Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексының каратэ буйынса тренеры Евгений Андреев “Ауыл тренеры” программаһы буйынса 600 мең һумлыҡ грантҡа эйә булды.
Артабан ҡунаҡтар бай күргәҙмә менән танышты. Был көндө Сәскәләр байрамы ойошторолдо. Райондың талантлы бейеүселәре, йырсылары ҡатнашлығында ҙур концерт үтте.