Сәйетхан Солтанъяр улы менән Сәүиә Нәғим ҡыҙы бер ауылда тыуған. Бәләкәйҙән эшкә, донъя көтөргә өйрәнгәндәр.
Сәүиә апай өс йәшендә сағында ғаиләләре Павловкаға күсенә. 14 йәшендә ул әсәйһеҙ ҡала. Мәктәпте тамамлағас, ҡыҙ ике йыл Өфөлә шырпы фабрикаһында эшләй. Ә Сәйетхан ағай Асҡын һөнәрселек училищеһында механизаторға уҡып сыға һәм Мерәсем совхозының Подлубов бүлексәһендә эш башлай. Хәрби диңгеҙ флотында өс йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң да тракторға ултырып, тыуған ҡырҙарында эшен дауам итә.
Солтановтарҙың ғаилә тормошо 50 йыл элек, 1970 йылдың 25 июлендә, башлана. Шул ваҡыттан алып бергә татыу донъя көтәләр. Улар ошо ғүмер эсендә ике йорт һалған, биш бала тәрбиәләп үҫтергән. Өлкән ҡыҙҙары Лилиә Иҫке Бағаҙы ауылында йәшәй. Улдары Санир, Рәмил, Руслан, Азат армияла хеҙмәт итеп ҡайтып, күңелдәренә хуш килгән һөнәр үҙләштереп, эшләп йөрөй. Барыһы ла ғаилә ҡороп, имен донъя көтә. Балалары туғанлыҡтың, татыулыҡтың ҡәҙерен белә, бер-береһенә, атай-әсәйҙәренә ярҙамлашып йәшәй. Хәҙер инде бәхетле олатай менән өләсәйҙе һөйөндөрөп ейән-ейәнсәрҙәре үҫеп буй еткерә.
Солтановтарҙың бөтә ғүмере хеҙмәттә үтә, икәүләп совхозда эшләйҙәр. Сәүиә апай һауынсы була, төрлө эшкә лә йөрөй, шулай 34 йыл хеҙмәт стажы туплай. Ә Сәйетхан ағай — тракторсы, комбайнсы. Күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн ул “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ була, “Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән дә бүләкләнгән. Әйтеүе генә анһат, уның 47 йыл стажы бар!
Хеҙмәт кешеһенең көндәре тиҙ үтә, өҫтәүенә, ғаилә, йорт мәшәҡәттәре лә етерлек.
— Һауынсы тип торманылар, көндөҙ бесән сабырға ла алып сығып китә торғайнылар. Йорт эштәренә, ғаилә тормошона ваҡыт ҡалмай ҙа ине. Үҙебеҙҙең сыҙам, уңғанлығыбыҙ ярҙам иткәндер. Аллаға шөкөр, донъябыҙ төҙөк, етеш булды, — тип ул саҡтарҙы Сәүиә Нәғим ҡыҙы ғәжәпләнеп тә, ғорурланып та иҫкә ала.
Ауыл хужалығында эшләгән йылдар артта ҡалған, хәҙер улар икеһе лә хаҡлы ялда. Шулай ҙа ҡул ҡаушырып ултырмайҙар: мал, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, баҡса үҫтерәләр. Хужа кеше тәжрибәле умартасы ла, уның 20-нән ашыу умартаһы бар. Солтановтарҙы алтын туйҙары менән ҡотлап, бәхетле оҙон ғүмер, киләсәктә ла балаларының ҡәҙер-хөрмәтен тойоп йәшәүҙәрен теләйбеҙ.