Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Сентябрь 2020, 13:45

Күҙҙәрендә — балаларға һөйөү

Ҡариҙел 1-се урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Тәнзилә Яҡупова фәнде уҡытыу методикаһын яҡшы белә, үҙ халҡының мәҙәниәтен, йолаларын хөрмәт итә. Ул — 40 йыл ғүмерен туған тел уҡытыуға бағышлаған тәжрибәле педагог.

Тәнзилә Муллаян ҡыҙы Яҡуп ауылында тыуып үҫкән. Бәләкәйҙән хәтере яҡшы була уның, ағаһы шиғыр ятлағанда тыңлап тора ла, тиҙ генә отоп ала. Ә инде мәктәптә уҡығанда уҡытыусы уның шиғырҙарын район гәзитенә, “Ялҡын” журналына ебәрә башлай.
Ҡыҙҙың йәшлек йылдары Ташкент ҡалаһында уҙа. Унда ул татар, башҡорт, ноғай, корея балаларына үзбәк теленән дәрестәр бирә. Ошо осорҙа шунда йәшәгән халыҡтың үҙ телдәрен нисек яратыуын һәм башҡа телдәрҙе лә белергә тырышыуын яҡшы аңлай.
Яҙмыш елдәре Тәнзилә Муллаян ҡыҙын тыуған яғына алып ҡайта. Район Мәҙәниәт йортонда методист булып эш башлай.
Артабан һигеҙ километр йыраҡлыҡтағы ауылда эш табыла. Бер ни тиклем ваҡыт йөрөп уҡытҡандан һуң, Ҡариҙел 1-се мәктәбенә эшкә саҡыралар. Тәнзилә Муллаян ҡыҙы шулай итеп абруйлы уҡытыусы булып китә. Аҡыллы, сабыр холоҡло булғаны өсөн хөрмәт итәләр үҙен. Илһамланып балаларға белем бирә, янып ижад итә. Унан һуң ғаилә, бала шатлығы өҫтәлә.
Ире Рәмил Фидаил улы менән ике ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Тормоштары етеш, матур итеп донъя көтәләр. Тәнзилә Муллаян ҡыҙының ихлас ҡарашына, тыныс тауышына, мөләйем йылмайыуына ҡарап һоҡланаһың.
— Минең ғүмер — даими рәүештә яңыны танып белеү һәм көн һайын ижад итеү ул. Мәктәпкә шатланып киләм, уҡыусыларымдың ҡыҙыҡһынған күҙҙәрен күрәм, уларҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте, мәҙәниәте донъяһына алып инәм, башҡортса уҡырға, яҙырға, туған телде яратырға, үҙ тамырҙарын, тарихын белергә өйрәтәм. Уҡыусыларым дәрестә халыҡ йырҙарын ихлас йырлағанда, сәхнәлә бейегәндә, район, республика шиғыр һөйләүселәр конкурстарында призерҙар булғанда мин бик бәхетле, — тип һөйләй юғары категориялы уҡытыусы.
Уҡыусылары фән олимпиадаларында ҡатнашып, еңеү яулай. Мәҫәлән, 2019-2020 уҡыу йылында башҡорт теле буйынса төбәк-ара олимпиадала Вераника Имаева (11-се класс) призер булды. Ошо уҡ уҡыу йылында “Беҙ Мәжит Ғафуриҙы уҡыйбыҙ” республика конкурсында Нурзилә Динисламова һәм Нәзилә Ғәлинурова 1-се урын яуланы. Салауат Юлаев шиғырҙарын уҡыу бәйгеһендә Ҡариҙел 1-се мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһы Анастасия Салекова муниципаль этапта Гран-приға лайыҡ булды.
Ғаян Лоҡманов исемендәге премия лауреаты Тәнзилә Яҡупова “Башҡортостандың 100 йыллығы” миҙалы менән бүләкләнде. Ул үҙенең белемен һәм тәжрибәһен хеҙмәттәштәре һәм йәш уҡытыусылар менән йомарт уртаҡлаша. Һигеҙ йыл инде мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берләшмәһен уңышлы етәкләй.
Тәнзилә Яҡупованың күңелендә тағы бер мауығыу — шиғриәтте яратыу йәшәй. Ул — ике китап авторы. “Туйыш — ғүмер ҡояшым” тип исемләнгән китап туйын үткәрҙе. Икенсеһе “Күңел яҙҙарҙай моңло” тип атала. Йәнә дуҫ-иштәренә бүләк әҙерләй — шиғырҙар йыйынтығын нәшер итеү хәстәрлеге менән янып йөрөй. Тәнзилә Муллаян ҡыҙының шиғырҙары ла яҡтылыҡ, матур хыялдар, тирә-яҡҡа һоҡланыу һәм йәшәйешкә рәхмәт хистәре менән һуғарылған. Шағирә яҡташыбыҙҙың ижади тормошо ла ихтирамға һәм хөрмәткә лайыҡ.
Люция КАРАМОВА.
Читайте нас: