Мин дә ата-бабаларымдың кем, ниндәй кеше булыуҙарын, уларҙың исемдәрен, кәсептәрен, тарихын белергә теләп, класс етәксем Венера Мостафина етәкселегендә шәжәрә ағасын барларға булдым.
Тыуып-үҫкән, тәүге аҙымдарҙы яһаған изге төйәгем — Оло Шаҙы. Бында минең ата-бабаларым ғүмер кисергән, ошо ерҙең хужалары булып, шәжәрә ағасын тармаҡландырып, киләсәк быуынына йәшәү биргән.
Туғандарым һөйләүе буйынса, нәҫелебеҙҙең шәжәрәһе Көсөк исемле кешенән башлана. Ул килеп урынлашҡанда ауылыбыҙ урынында ҡуйы урман үҫеп ултырған. Был ерҙә төпләнеп, ғаилә ҡороп, балалар үҫтерәләр.
Тулыраҡ итеп Мөхәммәтлатиф олатайым тураһында һөйләгем килә. Уның тураһында миңә атайым менән әсәйем бәйән итте. Олатайым ауыр аслыҡ йылдарында йәшәгән. Тормош ҡаршылыҡтарына бирешмәйенсә, мал тотҡан, үҙ ерендә ашлыҡ иккән. Ауылыбыҙҙың бер сибәре менән ғаилә ҡора. Уларҙың бер-бер артлы биш балалары донъяға килә: Фәнзилә, Эльмар, Зәлиә, Әлфиә һәм минең атайым Илфак.
Олатайым музей документтарына таянып, кешеләрҙән һорашып, үҙебеҙҙең туғыҙ быуынға тиклем нәҫел ептәрен барлай. Уның ошо йыйған материалдары һәм музейҙағы мәғлүмәттәр буйынса мин шәжәрә ағасын тергеҙә алдым.
Үткәнеңде белгәндә генә, киләсәгеңде күҙалларға була икән. Ә тамырҙарыңды белеү кешегә ерҙең хужаһы булып йәшәүгә көс бирә.
Мин ошо шәжәрә ағасын төҙөгәндә күп яңылыҡтар белдем. Ата-бабаларымдың эш һөйөүсән, ихтирамлы кешеләр булыуына ышандым. Мин улар менән ғорурланам.