Июлдең 20-ләренән алып элеваторға беҙҙең генә түгел, ә Дүртөйлө, Илеш, Саҡмағош райондарынан да иген килтерәләр. Предприятие яңы уңышты ҡабул итергә тулыһынса әҙер.
Биш тоннанан артыҡ иген килтерелде. Бирелә уны артабан һаҡлау һәм һатыу өсөн кәрәкле дымлылыҡҡа тиклем киптерәләр.
«Лабораторияла тәжрибәле белгестәр эшләй, — тип аңлатты “Үҙәк” МТС-ы структура бүлексәһе етәксеһе Николай Иванов. — Мөдир Әлфиә Әбдрәхикова, Тамара Мишина, Людмила Ильина, Андрей Ложкин. Улар технология процесының бөтә нескәлектәрен белә, шуға ла уларға ышанырға була. Сменала 12-шәр сәғәт эшләргә тура килә. Коллективта 30 кеше. Киптереүселәр һәм аппаратсыларҙың эш хаҡын арттырҙыҡ. Урындағы Мәшғүллек үҙәге кадрҙар мәсьәләһен хәл итергә ярҙам итә. Бөрө элеваторы коллективы алда торған планды үтәп, 40 тонна игенде ҡабул итеренә ышанам».
«Үҙәк» МТС-ы баҫыуҙарында уңыш йыйыу әүҙем бара.
Шишмә ауылында 300 гектарҙан ашыу ужым бойҙайы бар. Бөгөнгә гектарынан 38 центнер уңыш алалар. Был яҡшы күрһәткес һауа шарттарына ғына түгел, ә механизаторҙарҙың тырыш хеҙмәтенә лә туранан-тура бәйле. Көн оҙонона арба таҡҡан бер нисә КамАЗ элеваторға китә. Уңыш бар ерҙә лә яҡшы булғас, хужалыҡтарҙан бик күп машина килә. Шуға бәйле сират йыйыла. Эшселәрҙең ваҡыты әрәм була, был уларҙың эш хаҡында ла сағыла.
Яҙ көнө элеваторҙа янғын булыуы ла эҙһеҙ үтмәгән. 1-се келәт тиҙ арала сафҡа индерелә.
— Объектта подряд ойошма эшләй. Әле ҡыйыҡты ремонтлайҙар. Тиҙҙән яңыртылған келәтте асабыҙ, — тип һөйләне Николай Иванов.
Ауыл эшселәренең бурысы бер — илебеҙҙә икмәк булһын өсөн уңышты йыйып алып, уны һаҡлау.