Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Август 2020, 14:55

Хәтер ипкендәре...

Юбилейҙарҙа бүләк биреү йолаһы ла бар икән. Ундай ҡәҙерле бүләк миңә лә эләкте. Мәктәп дирекцияһы яҡшы уҡыған һәм ижтимағи тормошта әүҙем ҡатнашҡан өсөн тип тәүге битенә яҙып, мәктәп мисәтен һуғып, “Шәйехзада Бабич. Һайланма әҫәрҙәр” тигән китап тапшырҙы. Ҡыуанамын. Тик кем һуң ул – Шәйехзада Бабич?


“Ағиҙел” журналының 2020 йылғы 4 апрель һанында баҫылған әҙип Мөнир Ҡунафинға биргән һуңғы интервьюһында халыҡ яҙыусыһы Рауил Бикбаев әсенеү-әрнеү менән “беҙҙең быуын “Урал батыр”­һыҙ, Бабичһыҙ, Аҡмуллаһыҙ үҫте. “Урал батыр” 1968 йылда ғына “Ағиҙел”дә баҫы­лып сыҡты”, – тигән. Эйе, халыҡ ауыҙ-тел ижадының гәүһәре, донъялағы күп танылған, беленгән, өйрәнелгән, ятланылған дастандар, мифтар, легендалар, риүәйәттәр, сагалар менән бер рәттә торған, башҡорт хал­ҡының донъя яралыуға булған ҡарашын, күҙ алдына килтереүен, әхлаҡи нормаларын, яҡшылыҡ менән яуызлыҡтың нимә икәнен һүрәтләгән ҡобайырыбыҙҙы ла белмәй инек шул.

Ни эшләп шундай шедевр ҙа халыҡтан йәшерелгән? Марксистик-ленинсы идеоло­гияға ҡайһы ере менән тап килмәй ҙә нимәһен боҙоп күрһәтә? Был ҡомартҡыны йыйған, яҙып алып кире халҡына ҡайтарған мәғрифәтсе-ғалим, әҙип һәм шәхес, үҙ халҡын яратҡан, уның рухи донъяһын байытышҡан, боронғо тормошон өйрәнеп, тарихи хәтеренә гел генә изге һүҙ өҫтәп торған өсөн бер нисә мәртәбә төрмәгә ултыртылған Мөхәмәтша Буранғолов булғанғалыр?

Ә Шәйехзада Бабич? Китабын аҡтара-аҡтара, күренекле ғалимыбыҙ Әхнәф Харисов яҙған баш һүҙҙе уҡый-уҡый аңларға тырышам. Талантлы шағир булған, кәрәк саҡта әсе төртмә теле менән сағып ала ла белгән, йәш кенә көйө тарихты ныҡлы өйрәнгән, ҡыҙҙарҙы шаяртырға ла оҫта булған, мандолинала уйнауҙа алдынғылыҡты бирмәгән, илен, ерен, халҡын һөйгән. Шулай булғас нимәһе яңы идеологияға тап килмәгән 24 кенә йәшендә вәхшиҙәрсә үлтерелгән талантлы шағирҙың?

Күрәһең, илен, ерен, халҡын “дөрөҫ” һөймәгән. “Дөрөҫ” һөймәүе уны Октябрь инҡилабы осоронда киң йәйелгән башҡорт милли хәрәкәтенә алып килә, милли-мәҙәни мөхтәриәткә генә риза булмайынса ерле мөхтәриәт өсөн көрәшселәр сафына ҡуша, “халыҡ дошманы”, “буржуаз милләтсе” Зәки Вәлидиҙең идеяларын ҡабул итеп, беренсе Башҡорт милли хөкүмәте ағзаһы вазифаһына тиклем күтәрә, Зәки Вәлиди Башҡортостанда нисек кенә булһа ла тулы мәғәнәле автономиялы дәүләт төҙөү заруратынан сығып ҡыҙылдар яғына күскәндә ялҡынлы һүҙҙәре менән башҡорт ғәскәрен, һалдаттарын, халҡын был ауыр аҙымдың берҙән-бер дөрөҫ юл икәнлегенә инандырыуы “дөрөҫ һөймәү” булғанмы? 1919 йылда 24 йәшендә уны тураҡлап ташлап, башҡаса төрлө һөйөүгә, бүтән иманға ҡайтарырға булғандармы? Йылайыр ауылы ситендәге ҡәберен оҙаҡ йылдар йәшереп, “дөрөҫ һөймәгән” халыҡ патриоты исемен шулай онотторорға булғандармы?

Әле лә хәтеремдә, инде шағир исеме аҡланғас та, халыҡ шағиры Рауил Бикбаев Бабич ижады хаҡында диссертация яҙып, уңышлы яҡлағас та, йәғни рәсми танылыу тапҡас та, китаптары сыҡҡас та бөйөк шағир исемен баҫырып килергә тырышыусылар аҙ булманы. Бер мәл КПСС Өлкә комитеты секретары Таһир Ахунйәнов зарланып ултыра: “Шәйехзада Бабичтың берәй китабы сыҡһынмы, ҡәберенең тирә-яғын рәтләп, тейешле рәүешкә килтерә башлайыҡмы, Йылайырҙың ҡарт коммунистары Юрьевтар беҙгә генә түгел, Мәскәүгә, Үҙәк комитетҡа ялыу яуҙыра башлай. Имеш, буржуаз милләтсегә, совет власына ҡаршы һуғышҡан кешегә хөрмәт күрһәтергә, уның исемен байраҡ итергә тырышалар. Ялҡыттылар, арыттылар был Юрьевтар. Бер нимә эшләп булмай”. Күренеүенсә, үҙҙәрен коммунист тип атаған, асылда партия билеты ғына йөрөткән шовинистик ҡарашлы был бәндәләрҙең милләтсе, вәлидовсы тип нарыҡлаған башҡорт халҡы улына нәфрәттәре шул ҡәҙәрле көслө булған, хатта Өлкә комитет та бер нәмә эшләй алмаған, паралич һуҡҡандай, ҡыл ҡыбырлатырға ла йөрьәт итә алмаған...

Ана шундай шәхестең, сәйәсмәндең, шағирҙың китабын бүләк иттеләр. Бер нәмәгә бер аҙ аптыраным, реабилитация иғлан итеүгә күпме генә ваҡыт үткән, ә шиғырҙары китап булып баҫылып та сыҡҡан. Тимәк, әҙерлек эше йә алдан алып барылған, йә булмаһа уны әҙерләгән Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәрҙәре уғата ла өлгөрлөк күрһәткән.

Китап, баш һүҙен яңынан иғтибарлы уҡып сыҡҡас, икеһе лә дөрөҫтөр тип ҡуяһың: эш алдан да алып барылған, өлгөрлөк тә күрһәтелгән. Тағы ла төҙөүселәрҙең сәйәси һиҙгерлеге. Улар Ш. Бабичты фәҡәт шағир, талантлы шағир тип күрһәткән. “Сәйәсәттә аҙ-маҙ яңылышлығы булды”, тип еңелсә генә баһалап, оло сәйәсәттән айырғандар. Шағирҙың “Китабеннас” әҫәрендәге тәнҡиткә дусар ителгән, пародиялар геройҙары булған күренекле кешеләрҙең кем икәнен аңлат­ҡанда Зәки Вәлиди тураһында былай тип әйтелә: “Зәки Вәлиди – төрөк-татар тарихы” тигән китап авторы, буржуаз милләтсе, революция йылдарында Башҡортостанда контрреволюцион хөкүмәт ойоштороусы, совет иленең яуыз дошманы (революциянан һуң эмигрант)”. Ошо китапта Зәки Вәлидиҙе тап шулай ҡылыҡһырлау Шәйехзада Бабичты башҡорт милли хәрәкәтенән айыра, шуның менән китабын нәшер итеү мөмкин­леге лә асыла. Асылда “Көйлө хитап” 56 строфанан торһа (“Йәшлек” гәзите 1990 йылдың 6 февралендә уның тулы версияһын баҫтырғайны), китапта тик 18 строфа урынлаштырылған – 38-е юҡ. Шулайҙыр тим...

Ғәзим Шафиҡов яҙыуынса, Әхнәф Харисов бер һөйләшеп ултырғандарында “Обком ҡаршылығына ҡарамаҫтан, беҙ 1958 йылда уның ҙур ғына йыйынтығын сығара алдыҡ. Ул йыйынтыҡ уҡыусылар араһында шәкәр һыуҙа ирегәндәй таралып та бөттө”, тигән. (Газим Шафиков, т.2., стр. 267. Уфа, “Китап”, 2011 г.). Шөкөр, шағир исеме халыҡ күңелендә үҙенә тейеш, тәғәйен урынын яулап ала бара, исемен мәңгеләштереү буйынса ла күп эшләнә. Ҡала, ауыл урамдарына уның исемен бирәләр, бюстар, һәйкәлдәр ҡуялар, музей ойошторола, мәктәптәр уның исемен йөрөтә.

Сәнғәт, әҙәбиәт һәм архитектура өлкә­һендәге республика дәүләт йәштәр премияһы Шәйехзада Бабич исемен йөрөтә. 2019 йылда – Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы һәм олуғ әҙиптең һәләк булыуына 100 йыл тулған йылдағы ул оло премияны 22 дәғүәсе араһынан еңеп сыҡҡан өс ижади коллектив составында минең ейәнсәрем, башҡорт легендаларына таянып, “Ҡоштар ни хаҡында һайрай?” тигән беренсе музыкаль әкиәт яҙған композитор Шәүрә Сәғитова ла ижади төркөмдәштәре Линар Дәүләтбаев, Екатерина Хәйбуллина, Лиана Ниғмәтйәнова менән бергә булыуы беҙҙең ғаилә өсөн ҙур ғорурлыҡ. Кинорежиссер Булат Йосоповтың “Бабич” фильмында төп ролдә уйнаған Илгиз Таһиров, Зәки Вәлиди ролен һынландырған Рәмзил Сәлмәнов, Радмир Абдуллин һәм “Арғымаҡ” этно-төркөмө менән бер рәттән лайыҡ булды. Шул уҡ йылда Шәйехзада Бабич баш ҡалабыҙ Өфөнөң Зәки Вәлиди һәм Мәжит Ғафури урамдары киҫешкән ерҙә мөһабәт һәйкәл булып ҡалҡып, постаментында уйылып яҙылған “Ал да нур сәс халҡыңа!” тигән һүҙҙәре менән халыҡты гел алға, бейеклеккә, яҡтылыҡҡа әйҙәр өсөн мәңгелеккә баҫты. Салауат Юлаев, Зәки Вәлиди, Мәжит Ғафури менән бер сафта, бер рәттә. Күреүебеҙсә, белеүебеҙсә, хәҙерге быуын Рауил Бикбай атап киткән “Урал батыр”, Бабич, Аҡмулла һәм башҡа юғары исемдәр солғанышында, улар рухы мөхи­тен­дә йәшәй. Тик был шәхестәр ниндәй кимәлдә йәштәр тормошона үтеп инә алды икән, ниндәй дәрәжәлә рух, намыҫ, иман ориентирҙары нигеҙе, үлсәме була алды икән? Дөрөҫөрәге, шулай итеп танылдымы икән?..

...Әнейем менән рәхәтләнеп донъя көтәбеҙ. Бер 100–150 метр алыҫлыҡта һарай әтмәләнек. Һыйыр ҡарау мәшәҡәте – көтөүгә ҡыуыу, һарайға бикләгәс иртәле-кисле бесән биреү, һыу эсереү, аҫтын таҙартыу минең өҫтә. Көҙгө ямғырлы кистәрҙә күрше колхоз ужымына киткән һыйырҙы һуҡрана-һуҡрана эҙләүҙәр ҙә үҙәккә үтә. Ә бесән әҙерләү... Маҡар халҡы сабынлығы йыраҡта, тауҙарҙа 15–20–30 саҡрым алыҫлыҡта. Унда барып әҙерләү мөмкинлегебеҙ юҡ. Шуға күрә йәй башланыу менән тиерлек үлән бешер-бешмәҫ бәләкәй арбамды һөйрәп, салғымды һалып, күрше колхоз баҫыуҙары килеп ҡыҫҡан урман ауыҙҙарына, урман эсендәге ямау ҙурлыҡтай аҡландарға, ҡояш көйҙөрөп бөткән тау битләстәренә, көҙгә табан ҡурпы сыҡҡан ерҙәргә китәһең. Йәй буйына 70–80 ҡул арбаһы алып ҡайтып, таратып киптереп, ҡышҡылыҡҡа өйөп ҡуяһың. Тауға барып әҙерләү нығынғасыраҡ, студент булғас, башланды. Ә һыйырыбыҙ шәп, һөтлө, аҡыллы ине. Күрше колхоз полеводтары: “Зөләйха апайҙың һыйыры аҡыллы, беҙҙе күреү менән урман араһына инә лә китә. Ат менән унда эҙләп йөрөй алмағанды белә ине хайуан”, – ти ине. Ул һыйырыбыҙ, ысынлап та, аҡыллы булғандыр, беҙгә матур итеп рәхмәтен еткерҙе. Беҙ иркәм менән өйлә­нешкән йылды игеҙәк быҙау килтерҙе – мин ундайҙы ишеткәнем дә, күргәнем дә булманы. Йәш ғаиләнең бәхетле тормошона, муллыҡ-етешлеккә юраныҡ. Шөкөр, шулай булды ла... Больница бинаһының беҙ йәшәгән бүлмәнең тирә-яғын кәртәләп алдыҡ. Унда емеш ағастары, еләк-йәшелсә үҫтерҙе әне­йем. Тиҙҙән амбулаторияға килгән сирле­ләрҙе саҡмаһа ярар ине, саҡмаҫ та әле, тип борсола-борсола ике умарта ултыртты. Улай-былай “саҡты” тигән ялыу ишетелмәне, умарталар ишәйә барҙы.

1958 йылда Риф абыйым ауыл хужалығы институтын тамамлап районға ҡайтҡас, донъябыҙ тағы ла йәнләнде-йәмләнде.
Мәктәптә йәмәғәт эштәрендә, концерт­тарҙа әүҙем ҡатнашып йөрөгәндәр үҙенсә бер ҡорға ойошоп алдыҡ. Илмира Ғәбитова (киләсәктә Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт хеҙмәткәре), Рузилә, Таңһылыу, Хәнә, егеттәрҙән интернаттан Әрмет-Рәхимдән Даян Хәлитов, ара-тирә Мөғин, Борис концерт-фәлән ҡуйғанда детдом­дыҡылар ҙа, интернаттыҡылар ҙа ҡатнаша, ә күрше ауылдарҙан йөрөп уҡыусылар араһынан юҡ – күрәһең, көн һайын юлға ғына ике-өс сәғәт ваҡытың китһә, баш­ҡаларына өлгөрөп тә булмайҙыр. Клас­ташыбыҙ Әнисә Таһиро­ваның уйсанлы­ғының, бик үк аралашып бармауының сәбәбе лә аңлашыла башланы. Уның үҙенең айырым бер донъяһы, рухи зауығы, мөхите бар икән. Бик үк белдерергә теләмәһә лә, уның был сере асылды, шағирлығы беҙҙең алда морон төрттө. Беҙ уның менән шаярып, төрттөрөшөп ала инек. Ул мине “буласаҡ Обком секретары” (ул ваҡытта уҡ ундай һүҙҙәрҙе белгәнбеҙ) тип үсекләй, ә мин уға “буласаҡ халыҡ шағиры” тип яуаплайым. Матур шаярғанбыҙ, Хоҙайҙың “амин!” тигән сағына тура килә яҙғандыр. Ундай уҡ дәрәжәгә етмәһәк тә, һайлаған юлыбыҙҙа апаруҡ уңыштарға өлгәштек буғай.
Автор: Тәлғәт СӘҒИТОВ
  • Читайте нас: