Ошо йәһәттән сит ил компаниялары үткәргән тикшеренеүҙәргә күҙ һалайыҡ. Shell нефть компанияһы үткәргән тикшеренеү 55 йәштә пенсияға сыҡҡан кешеләрҙең 60 йәштә хаҡлы ялға сыҡҡандарға ҡарағанда ике тапҡырға тиерлек йышыраҡ вафат булыуын асыҡлаған. Был ни эш?
55 йәштә хаҡлы ялға сыҡҡан 839 хеҙмәткәрҙең һәм 60 йәштән һуң пенсияға сыҡҡан 1929 кешенең, 65 йәштән эштән киткән пенсионерҙарҙың үлем осраҡтарын тикшергәндәр. Ҡатын-ҡыҙ уларҙың 11 процентын тәшкил иткән.
Иртә пенсияға сығыу һәм ваҡытһыҙ вафат булыу араһындағы бәйлелек ир-атта юғарыраҡ булыуы асыҡланған. Ғәмәлдә пенсияға 55 йәштә киткән ирҙәр ошо йәштә хаҡлы ялға сыҡҡан ҡатын-ҡыҙға ҡарағанда 80 процентҡа йышыраҡ вафат булған.
60 һәм 65 йәштәрҙә хаҡлы ялға сыҡҡандар араһындағы үлем кимәле берҙәй булған. Тикшеренеүселәр фекеренсә, 55 йәштән хаҡлы ялға сыҡҡан хеҙмәткәрҙәрҙең сәләмәтлеге ҡаҡшаған, насар булған, шуға күрә улар иртәрәк эштән киткән дә инде.
Икенсе бер тикшеренеүҙә 60 йәштә хаҡлы ялға сығыуҙың сәләмәтлекте ҡаҡшатыуға килтермәүен раҫлағандар. Ғалимдарға Англияла һаулыҡ һаҡлау һәм демография өлкәләренә ҡағылған бөтә мәғлүмәттән файҙаланырға рөхсәт биргәндәр. Был тикшеренеүҙән күренеүенсә, ошо йәштә ялға сыҡҡан өлкәндәрҙең физик һәм психик сәләмәтлеге 60-тан һуң эшләүен дауам иткәндәрҙекенән һис тә ҡайтыш булмаған. Ғәмәлдә ялға киткән инглиз пенсионерҙарының психик сәләмәтлеге яҡшыра төшкән.
Ошо йәһәттән Грецияла бик ентекле үткәрелгән тикшеренеүҙә пенсияға сығыуҙың сәләмәтлеккә кире йоғонтоһо асыҡланған. Тәжрибәлә ҡатнашҡан 17 меңгә яҡын ир-аттың пенсияға сыҡҡансыға ҡәҙәр шәкәр диабеты, инсульт, яман шеш, йөрәк сирҙәре менән ауырымауы билдәле, бөтәһе лә аҙаҡ башланған. Һөҙөмтәлә пенсионерҙарҙың үлем осрағы эштәрен дауам иткәндәр менән сағыштырғанда 51 процентҡа күберәк булғанлығы асыҡланған, нигеҙҙә, был хәл йөрәк сирҙәре менән бәйле икән.
Донъяла пенсияға сығыуҙың нимә икәнлеген белмәгән бәхетле оҙон ғүмерлеләр бар. Улар тәрән ҡартлыҡҡа тиклем һау-сәләмәт, хәрәкәтсән, хатта 90 йәштә лә көнөнә әллә нисә саҡрым юл үтә, баҡсала ең һыҙғанып эшләй, бүлә-бүләсәрҙәрен тәрбиәләй. Япония, Пакистан, Эквадор ҡарттары өсөн ҡартлыҡ та, пенсия төшөнсәһе лә юҡ. Улар ғүмер буйы эштә, өҙлөкһөҙ хәрәкәттә, оҙайлы хроник сирҙәр йәки инвалидлыҡ менән яфаланмай. Ғалимдарҙың раҫлауынса, бының сәбәбе – сәләмәт туҡланыуҙа һәм пенсияға сығыуҙың нимә икәнен дә белмәүҙә.
Ҡалған ғүмерҙе нисек сир-сорһоҙ, башҡаларға ауырлығыңды һалмай үткәрергә һуң? Тәнең дә, аҡылың да тәртиптә булһын өсөн нимәгә тотоноу, ниндәй шөғөлдәрҙе үҙ итеү мөһимерәк икәнлеген асыҡларға ваҡыттыр. “Ялға сыҡтым”, тип иртәнән кискә тиклем йомшаҡ ултырғыста ултырыуға өҫтөнлөк бирәһегеҙ икән, сәләмәт булыуға өмөтләнергә лә ярамай. Физик әүҙемлек, ҡулдан килгән эш, йәшелсә, емеш-еләк менән туҡланыу – һеҙҙең ярҙамсығыҙ, ти табиптар. Һеҙгә уларҙың бер нисә кәңәшен дә тәҡдим итмәксебеҙ.
Йәшелсә һәм емеш-еләк һеҙҙең туҡланыуҙа беренсе урында торорға тейеш.
Көн дә һаулығығыҙға ярашлы күнегеүҙәр яһағыҙ. Улар һығылмалылыҡты, көстө, йөрәк-ҡан системаһын тонуста тоторға ярҙам итер.
Мейене лә күнектереп тороу кәрәк. Үпкәне генә түгел, баш мейеһен дә “елләтеп” тороу мөһим шул.
Ваҡыт-ваҡыты менән релаксация ысулдарын файҙаланығыҙ, бөтә мәшәҡәттәрегеҙҙе онотоп, тәнегеҙҙе йомшартыу, уйҙарҙан арыныу хаҡында хәстәрлек күрегеҙ. Был ысул арыу-талсығыуҙан, стрестарҙан ҡотолорға ярҙам итә. Гел генә көсөргәнештә йәшәү кешене ҡартайта, һаулығын ҡаҡшата.
Йоҡоноң әһәмиәте тураһында тәфсирләп һөйләп тороуҙың да кәрәге юҡтыр. Мотлаҡ 7-9 сәғәт йоҡларға кәрәк.
Тағы ла бик мөһим кәңәшебеҙ бар: кешеләр менән һәйбәт мөнәсәбәттә булһағыҙ, оҙаҡ йәшәрһегеҙ. Ғаиләлә лә, күршеләр, туғандар, килен-кейәүҙәр араһында ла күркәм холҡоғоҙ менән абруй яуларһығыҙ. Был да сәләмәтлеккә тура юл.