Йәнтөйәк
+4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Август 2020, 14:25

Берҙәм, ярҙамсыл, алдынғылар

Һауа-десант ғәскәрҙәренең 90 йыллығына Балтас десантсылары ҙурлап әҙерләнде.

Районда эшләп килгән десантсылар берләшмәһе көсө менән металдан асыҡ парашют формаһында конструкция яһатылып, Иҫке Балтас ауылының үҙәк майҙанында, “Һағышлы әсә” мемориал-комплексында урынлаштырылды. Уның бейеклеге биш метрға яҡын, ауырлығы 600 килограмм.
Район хакимиәте был башланғысты хуплап, бирелә тротуар плиткаларынан йәйәүлеләр өсөн юл һалды. Стела эргәһенә ҡуйылған гранит таҡтаға генерал Маргеловтың: “Десант эмблемалы зәңгәр погондарҙы йөрөткән кеше ғүмере буйына ”Мин — десантсы!” тигән һүҙҙәрҙе ғорурланып әйтәсәк!” тигән һүҙҙәре яҙылған.
Байрам уңайынан матур йолаға әйләнгән саралар үтте. Элиталы ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт иткән ир-егеттәрҙе район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев ҡотланы. Десантсылар Юғары Ҡарыш ауылында урынлашҡан етем һәм ҡараусыһыҙ ҡалған балалар приютына матди ярҙам күрһәтте: теннис өҫтәле тапшырҙы. Берләшмә етәксеһе Фәрит Ғәлимов тиҫтәләгән десантсы ир-егеттәрҙең берҙәм булып, һәр башланғысты күтәреп алып, тормошҡа ашырыуҙарын, үҙҙәре менән бергә ғаиләләренең дә сараларҙа әүҙем ҡатнашыуҙарын билдәләне. Бөгөн гәзит уҡыусыларҙы шундай әүҙем райондаштарыбыҙҙың береһе — Радик Сәлихов менән таныштырам.
Радик Сәлихов Совет Армияһы сафтарына баҫҡанға тиклем, Балтас һөнәрселек-техник училищеһын тамамлап, бер йылға яҡын водитель булып эшләп өлгөрә. 1990 йылдың май айынан алып ике йыл Үҙбәкстандың Фирғәнә ҡалаһында һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. “Советтар Союзының Ҡораллы көстәренә хеҙмәткә киттек. Балтас районынан дүрт егет бер частың төрлө роталарына эләктек: Усман ауылынан — Марат Ғиләжев, Көндәшленән — Филүс Ниғәмәтйәнов (улар әле Иҫке Балтаста йәшәй, водитель булып эшләй), Восток ауылынан Ғафур Хәмәтнуров (Бөрө ҡалаһында йәшәй). Бер йыл хеҙмәт иткәс, илебеҙҙә киҫкен үҙгәрештәр булды. 1991 йылдың август айында Мәскәүгә ебәреү ихтималы бар ине, хәрби әҙерлектә торҙоҡ. Хеҙмәттең икенсе йылын контракт буйынса Үҙбәкстанды һаҡлауға бағышларға тура килде”, — тип иҫкә ала Радик Сәлихов.
Десантсылар парашют менән һикереү, ҡул һуғышы алымдарына өйрәнә. Армия хеҙмәте йылдарын ғорурланып, һағынып иҫкә ала Радик Альберт улы. 12 тапҡыр зәңгәр күкте ҡосоп, парашют менән һикерә; әлбиттә, ул саҡтағы кисерештәр ғүмер буйына онотолмай.
Буласаҡ тормош иптәше менән дә Фирғәнә ҡалаһында таныша Радик. Егет, әйткән һүҙендә тороп, бер йылдан Ирина Николаевнаны барып алып ҡайта. Ғаиләлә өс бала тыуып үҫә. Светлана финанс белгесле буйынса юғары белем алып, үҙ ғаиләһен ҡороп, Һорғот ҡалаһында йәшәй. Данил һәм Эрик мәктәптә уҡый, спорт ярата. Аталары улар өсөн төрлө снарядтар урынлаштырып, айырым спорт бүлмәһе булдырған.
Ғаилә башлығы ике йыл Когалым ҡалаһында автобус водителе булып эшләгәндән һуң, тыуған ауылына ҡайтып, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлай. Шәхси предприятиеһын асып, үҙ ҡулдары менән тимерҙән ҡапҡалар, заказ буйынса төрлө конструкциялар эшләп һата. Эшҡыуар етештергән продукцияһын районда ғына түгел, Башҡортостан һәм унан ситтәге өлкәләрҙә лә һата. 1994 йылдан алып 2014 йылға тиклем был шөғөл уға табыш килтерә. Шул уҡ ваҡытта халыҡҡа ритуаль хеҙмәттәр күрһәтә башлай. Әлеге ваҡытта магазин асып, ошо йүнәлештә эшләй, уға тормош иптәше Ирина Николаевна һәм бер туғаны Альфира Альберт ҡыҙы ярҙам итә.
Райондың десантсылар хәрәкәтендә Радик Альберт улы һәр ваҡыт әүҙем ҡатнаша, һәр башланғысҡа беренселәрҙән булып ҡушыла. Әлеге байрамда ла ул районда “Йәш десантсылар” мәктәбе булдырыу инициативаһы менән етәкселеккә мөрәжәғәт итте. Мәҡәлә геройыбыҙ сарала район хакимиәтенең Рәхмәт хатына лайыҡ булыусылар араһында ла бар ине. Десантсыларҙың хәрби хеҙмәте, изге эштәре, патриотик башланғыстары йәш быуынға өлгө булһын!

Гөлнара Шәймөхәмәтова.
Ғәзим Талипов фотоһы.
Читайте нас: