Йәнтөйәк
+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Август 2020, 14:06

Бал ҡортолай уңған

Тәжрибәле умартасы Рәсих Арыслановты Борайҙан ситтә лә беләләр

Рәсих Мөхәммәтрәхим улына ҡортсолоҡ “сире” олатаһы һәм атаһынан күскәндер. Улар ҙа ғүмер буйы ошо шөғөлдө үҙ итеп, баҡсаларында күпләп умарта тотҡан.
Армия хеҙмәтенән һуң Өфөлә умартасылыҡ буйынса махсус белем алып, Рәсих ике лә уйлап тормай, колхоз умартасылығында хеҙмәт юлын башлай. Бәләкәйҙән умарталар араһында атаһына эйәреп үҫкән егет өсөн бирелә хеҙмәт урыны ғына түгел, күңеленә ял, йәненә тыныслыҡ урыны ла була. Шуға ла үҙгәртеп ҡороу осоронда колхоздар тарҡалғас, ул юғалып ҡалмай, ошо яратҡан шөғөлөн дауам итергә була. Ул саҡта дөрөҫ ҡарарға килгәненә бөгөн ныҡлы ышанып йәшәй. Ҡуртымға ер алып, бал ҡорттары һатып алып, үҙ аллы эш башлай. Тормош иптәше Лилиә лә, әйткәндәй, улар инде 30 йыл иңгә-иңде ҡуйып, бер уйҙан, бер һүҙҙән аңлашып йәшәй, уның уй-хыялдарын һәр саҡ хуплап алыусы ла, иң беренсе ярҙам итеүсе лә. Уртаҡ эш яҡшы һөҙөмтә бирә. Йыйылған балды һатыу ҙа ауырлыҡ тыуҙырмай. Кем инде сифатлы продукцияны үҙ итмәһен? Арыслановтарҙың даими, йыл һайын нәҡ уларҙан ғына бал һатып ала торған үҙ кешелре лә табыла. Күптән инде “Рәсих балы” тигән бренды булдырылған.
Ҡыҙҙары Ләйсән дә Екатеринбург ҡалаһында төпләнһә лә, йәйҙәрен атаһының уң ҡулы булырға күнеккән.
— Бал айыртҡанда айырыуса күңелле бит ул, — ти Рәсихтың тормош иптәше Лилиә ханым. — Татлы, гәрәбәләй һап-һары бал аға. Шул ваҡытта Рәсихтың йөҙөнән нур бөркөлә, ҡәнәғәтлек сағыла. Ошо ваҡытты айырыуса яратам. Балды һауыттарға тултырғас, бергәләшеп ҡорттарға рәхмәт әйтәбеҙ. Тәбиғәттең бер мөғжизәһе бит ул бал ҡорттары.

Венера Арысланова.
Борай районы.
Читайте нас: