Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Август 2020, 13:50

Тыуған ер үҙенә тарта

Асҡын районы Солтанбәк ауыл Советы ҡарамағында булған, күптән юҡҡа сыҡҡан Байкал ауылы урынына уның исеме яҙылған аншлаг ҡуйылды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡасандыр тормош гөрләп торған ауыл урынында хәҙер ҡуйы урман ғына үҫә.

— Аншлаг ҡуйылыуы ошо ауылда тыуып үҫкәндәр өсөн ҙур шатлыҡ. Форсаттан файҙаланып, ошо эштә булышҡан район хакимиәтенә һәм ауыл Советы депутаты Азат Әхәт улы Рәхимйәновҡа ҙур рәхмәтемде белдерәм. Шулай уҡ аҡсалата ҙур өлөш индергән һәм эштең барышын белешеп торған Флүзә Ниязоваға ҙур рәхмәт, — ти ошо ауылда тыуып үҫеп, бөгөн Мишкә районында йәшәүсе Мөзәүрә Нурислам ҡыҙы Ғәлиәхмәтова. — Солтанбәктән Данис Суфиянов был урында аят уҡыны. Ҡунаҡтар барыһы ла үҙҙәре менән аш-һыу алып килгәйне, Флүзә Ниязова былау бешерҙе. Ауылдаштар табын артында алдағы йылдарҙа ауыл зыяратын төҙөкләндерергә һөйләште.
Лилиә ХӘСӘНОВА.
Читайте нас: