Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Август 2020, 13:53

Фонтан барлыҡҡа киләсәк

Бөрө ҡалаһының тарихи үҙәге яңыра

Бөрөлә "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" программаһы һәм бәләкәй ҡалаларҙы һәм тарихи биләмәләрҙе төҙөкләндереү Бөтә Рәсәй конкурсында еңгән “Бөрө ваҡыты” архитектура-парк ансамбле” исемле проект тормошҡа ашырыла. Төҙөлөш ике ай тирәһе дауам итһә лә, планлаштырылған матурлыҡ әлегә күҙгә күренмәй. Эш күләме бик ҙур бирелә. Төҙөкләндереү барышы тураһында ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы урынбаҫары Николай Баранов менән әңгәмәләштек.
Эштәрҙе подрядсы ойошма — “Потенциал” компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алып бара. Әлеге көнгә яҡтылыҡ таяуҙары, бордюрҙар, Ленин исемендәге скверҙа һәм Октябрь майҙанында тротуар плиткәһе һүтеп алынды. Коммуникациялар ремонтланды, тупраҡ килтерелде. Ағас ботаҡтары киҫелде, йәмәғәт бәҙрәфенә, фонтанға канализация һәм һыу үткәргес селтәре һалынды. Ленин исемендәге скверҙа санитар-гигиена модуле урынлаштырылған.Балалар майҙансығы һәм һуҡмаҡтарға нигеҙ әҙерләнә. 1500 квадрат метр тротуар плиткәһе һалынған. Яҡтылыҡ системаһын урынлаштырыу эштәре башланған. Коммунистик һәм Интернациональ урамдарында парковка урындары һәм тротуарҙар төҙөкләндереләсәк. Майҙанда канализация улаҡтары урынлаштырылды.
— Бүленгән аҡсалар нисек үҙләштерелә?
— Контракт 105 миллион һумға төҙөлгән. 7 июлгә шуның 8,65 миллион һумы касса аша үткән.
— Халыҡты Матросов исемендәге скверҙа нимә булыуы ҡыҙыҡһындыра...
— Ошо объект һәм уның территорияһы буйынса ике муниципаль контракт төҙөлгән. “Потенциал” компанияһы һәм субподрядсы “СтройБирь” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте парковкаға нигеҙ эшләү, бордюрҙар урынлаштырыу буйынса эштәрҙе башланы. Тағы ла бер подрядсы ойошма кабель линияларын һалыуҙы тамамлау эшенә тотона.
— Күләмле эштәрҙе ресурс менән тәьмин итеү предприятиелары ла алып бара. Ҡала халҡы быны үҙ күҙҙәре менән күрәсәк...
— Эйе, оҙаҡ йылдар файҙаланыу иҫәбе менән яңырыш ныҡлы бара. Коммунистик, Тыныслыҡ, Интернациональ урамдарында проектты тормошка ашырыу сиктәрендә һыу үткәргес һәм канализация ремонтланды. Шулай уҡ Чеверев урамында һыу үткәргес яңыртылды.
— Ә ҡалған һыу үткәргес селтәрҙәре?
— “Бөрө ваҡыты” архитектура-парк ансамбле” проекты сиктәрендәге селтәрҙәр Чеверев урамында эштәр тамамланғандан һуң алмаштырыла.
— Шул тиклем күп техника бер ерҙә бер ваҡытта ла эшләмәгәндер әле... Бөрөләр ошо районға яҡын урынлашҡан магазиндарға, банктарға, башҡа учреждениеларға барғанда ҡыйынлыҡтар кисерә, әлбиттә, ләкин ваҡһымай...
— Халыҡтың аңлап ҡарауына ҙур рәхмәт. Күп эштәрҙе еңел булмаған шарттарҙа башҡарырға тура килде. Октябрь майҙанында, Тыныслыҡ, Коммунистик, Интернациональ, Ленин урамдарында йылылыҡ селтәрҙәре ремонтланды. Чеверев урамын капиталь яңыртырға планлаштырабыҙ. Эштәргә һыу үткәргесте алмаштырып бөтөргәс тә тотоналар. Әлеге ваҡытта Коммунистик урамында электр линияларын ер аҫтына күсерәләр, Интернациональ урамында таяуҙарҙы алмаштырыу планлаштырылған. Матросов исемендәге скверҙа кабель линиялары һалына. Финанслау предприятиеның үҙ аҡсалары иҫәбенә башҡарыла.
— Ҡала халҡын ниндәй яңырыш көтә?
— Октябрь майҙанында төҫлө музыкаль фонтан һәм бәүелсәк барлыҡҡа киләсәк. Ленин исемендәге скверҙа — эскәмйәләр, амфитеатрҙар, ике инеү билдәһе. Шуларға ҡушып заманса яҡтылыҡ системаһы һәм видео күҙәтеү, балалар уйын майҙансығы барлыҡҡа киләсәк. Майҙан йәйәүлеләр өсөн буласаҡ. Бирелә ҡала ғына түгел, республика күләмендә лә ҙур мәҙәни саралар ойошторорға мөмкинлек тыуасаҡ.
— Бының менән бер рәттән Бөрөлә “Башҡорт ихаталары” проекты ла әүҙем тормошҡа ашырыла. Планлаштырылған барлыҡ эштәрҙе лә быйыл тамамлап булырмы?
— Быйылғы йыл программаһына “Торлаҡ һәм ҡала мөхите "милли проекты буйынса эшләнгән биш йорт биләмәһе инде. Шуларҙың береһендә төҙөкләндереү тамамланған, эштәр ҡабул ителә, өсөһөндә — эштәрҙең ҡыҙыу мәле. Болон урамында бордюрҙар ҡуйылған, тротуарҙар асфальтланған, балалар уйын майҙансығы монтажлана, йорттарға ингән ерҙәрҙе асфальтлау өсөн инерт материалдар килтерелә. Совет урамында ла бордюрҙар ҡуйыла, люктар күтәрелгән, балалар уйын майҙансығына һәм тротуарҙарға ваҡ таш һалына, ошо тирәлә йәшәгән кешеләргә хәүеф тыуҙырған ҡарт ағастар киҫелә. Ул урындарҙа өҫтәмә тротуарҙар эшләнәсәк.
— Йәмәғәт комиссияһының һуңғы кәңәшмәһендә 2021 йылға “Башҡорт ихаталары” проекты буйынса пландар бер аҙ үҙгәртелгән. Был нимә менән бәйле?
— Юғары әҙерлек режимы шарттарында республиканың Торлаҡ коммуналь хужалығы министрлығы программа буйынса быйылға бүленгән аҡсаларҙың бер ни тиклем өлөшөн кирегә алды. Шуның өсөн быйылғы ике ихата алдағы йыл исемлегенә индерелде һәм улар тәү сиратта төҙөкләндереләсәк. Барлыҡ проект-смета документтары төҙөлгән. Борсолорға урын юҡ. Йәмәғәт комиссияһы бер тауыштан ҡарар ҡабул итте. Яҡын көндәрҙә ихаталары 2021 йылда ремонтланасаҡ күп фатирлы өйҙәрҙә йыйылыштар үтәсәк, һәр кеше үҙенең тәҡдимен индерә, фекерен әйтә ала. Ләкин күп нәмә бүленәсәк аҡсалар күләменә бәйләнгән.
Степан Чиглинцев фотоһы.
Автор Ольга Платонова.
Читайте нас: