Йәнтөйәк
-6 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Август 2020, 14:15

Ер урынына аҡсаны нисек алырға?

Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, Башҡортостанда күп балалы ғаиләләр ер урынына аҡса ала ала.

Уның күләме – 250 мең һум. Был аҡса шулай уҡ торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тотонолорға тейеш. Ерҙең әҙ булыуы һәм йылдар буйы сиратта торорға кәрәк булыуы сәбәпле, был ярҙам күптәргә файҙалы булыр ине.
Шулай итеп, был аҡсаны нисек алырға? Ниндәй документтар йыйырға кәрәк? Ғөмүмән, шарттары ниндәй?
Ошо һәм башҡа ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға Башҡортостан юлдаш телеканалы эфирында республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская яуап бирәсәк. Һорауҙарығыҙ булһа, хәҙерҙән каналдың социаль селтәрҙәге төркөмөнә инеп, был туралағы яҙма аҫтында ҡалдыра алаһығыҙ. Һылтанмаһы https://vk.com/bash_tv?w=wall-27097047_195338
Трансляция бөгөн 4 августа 19 сәғәттә башлана.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: