Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Август 2020, 17:36

Ял итергә килеүселәр арта

Башҡортостандың матур төбәктәренең береһе булған Ҡариҙел районы һуңғы ваҡытта туристарҙа, ошо өлкәлә эшләгән эшҡыуарҙарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Район хакимиәте лә ошо йәһәттән маҡсатлы эш алып бара. Туристик форумды ойоштороусылар республиканың билдәле фирмалары вәкилдәрен райондағы туризм ҡеүәте, мөмкинлектәр, уңайлыҡтар, шарттар менән таныштырып, экскурсиялар ойошторҙо.

Форумда ҡатнашыусылар өс көн дауамында район территорияһында урынлашҡан ял базаларын ҡараны. Форум сиктәрендә “Йондоҙло” физкультура-һауыҡтырыу комплексында үткән пленар ултырыш төп сараларҙың береһе булды. Унда Башҡортостан Республикаһының Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Элина Ғатауллина модератор булараҡ сығыш яһаны.
Пленар ултырышта Башҡортостан Республикаһының Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов, Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев, Башҡортостан Республикаһының Туриндустрия һәм ҡунаҡсыллыҡ ойошмалары союзы рәйесе Илдар Бикҡужин, вице-президент, Ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы йәмәғәт союзы башҡарма директоры Алексей Волков (Мәскәү ҡалаһынан), республиканың Кулинарҙар, рестораторҙар һәм отельерҙар ассоциацияһының башҡарма директоры Наталья Чибрикина һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Район хакимиәте башлығы Илдар Ғарифуллин муниципалитет территорияһындағы туристик өлкә үҫеше тураһында һөйләне.
— Райондың социаль-иҡтисади үҫеше күпселек өлөштә уның иҡтисади-географик торошо менән билдәләнә һәм урман сәнәғәте, ауыл хужалығы һәм туризм үҫеше менән туранан-тура бәйле, — тине ул. — Йыл һайын беҙҙең тәбиғәт матурлығын күрергә теләүселәрҙең һаны арта. 2019 йылда ундайҙар һаны 165 меңдән ашыу булды, был 2018 йыл менән сағыштырғанда дүрт процентҡа күберәк. Күрһәтелгән туризм хеҙмәттәре күләме 160 миллион һум тирәһе тәшкил итте.
Районда һыу, һауыҡтырыу, спорт һәм туризм төрҙәре үҫешә.10 туристик база һәм бер туристарҙы урынлаштырыу объекты эшләй. Туристарҙың һаны артыуы ҡайһы бер компанияларҙың эске туризмға күсеүе менән аңлатыла. Турист-рекреацион инфраструктураның үҫеше, ассортименттың киңәйеүе һәм күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифаты күтәрелеүе лә үҙ ролен уйнай. Республика әһәмиәтендәге Бөрө-Таҫтүбә-Һатҡы юлы төҙөлөшө башланыу менән юл буйы сервисы әүҙемләште.Үткән йыл Дәүеш ауылы эргәһендә кемпинг төҙөлә башланы. Унда 30 кешегә ҡунаҡхана һәм 45 урынлыҡ кафе асыу планлаштырыла.
“Альберт утары”нда ла тематик заездар һәм граждандарҙың айырым категорияһына социаль турҙар үткәреү, өҫтәмә биналар төҙөү һөҙөмтәһендә ял итеүселәр һаны артты.
— Коронавирус инфекцияһына бәйле әлеге ваҡытта тышҡы туризм тулы ҡеүәтенә эшләй алмай, шуға күрә эске туризмға өҫтөнлөк бирелә. Туристар ағымын арттырыуҙы беҙ өҫтәмә инвестициялар йәлеп итеү һәм яңы объекттар асыу иҫәбенә планлаштырабыҙ, — тип билдәләне Илдар Вил улы. — Байтаҡ объекттар тормошҡа ашыу стадияһында, мәҫәлән, “Зуевское” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте базаһында ауыл хужалығы туризмын асыу ниәте бар. Был йүнәлеш ҙур ихтыяж менән файҙаланыр һәм киләсәктә туристик индустрия үҫешенә этәргес бирер, тип уйлайым.
Туризм өлкәһенә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу маҡсатында Сәнәғәт һабантуйы, Бал байрамы, Йәштәр көнө, “Звездный октоберфест” бард йыры фестивале кеүек районыбыҙҙың брендына әйләнгән төрлө күләмле саралар ойошторола. Үткән йыл мәғариф учреждениеларының 7-11-се класс уҡыусылары араһында туристик инвестиция майҙансыҡтары макеттарының 1-се район конкурсы үткәрелде. Унда байтаҡ ҡыҙыҡлы проекттар тәҡдим ителде. Бындай бәйгеләр йәштәрҙең туризм өлкәһенә ҡыҙыҡһыныуын арттыра.
Башҡортостан Республикаһының Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов үҙ сығышында эске туризмды үҫтереү юлдары тураһында һөйләне.
— Тәбиғәт байлыҡтары биҡ яҡшы, әлбиттә. Ә уларҙы нисек дөрөҫ файҙаланырға һуң? Нисек дөрөҫ үҫтерергә? Был икенсе һорау. Беҙҙең байлыҡтарыбыҙ бик күп, ләкин улар күренмәй, — тине Салауат Таһир улы. — Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күрһәтмәһе буйынса республика территорияһында туризм навигацияһы билдәләре урынлаштырыла. Был эш халыҡ тарафынан хупланды. Кешеләргә республикабыҙҙың һоҡланғыс ерҙәрен үҙ аллы асырға, яңы маршруттар төҙөргә мөмкинлек тыуҙырылды. Шулай уҡ 2021 йылда Башҡортостан Республикаһының Туризм буйынса дәүләт комитеты республиканың туристик йәмғиәттәренә дәүләт ярҙамы күрһәтеүҙе планлаштыра.
Ҡунаҡхана һәм юл буйы сервисы мөһимлеге тураһында Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев һөйләне.
— Республика халҡы сит илдәрҙә күп ял итә. Улар унда туристик тармаҡтың үҫешкән булыуын яҡшы белә. Әлбиттә, беҙҙә лә хеҙмәтләндереү дәрәжәһенең юғары булыуына йәмғиәт ихтыяжы бар. Был йәһәттән беҙгә ныҡлы эшләргә кәрәк. Эргәлә яҡшы ҡунаҡхана йәки ял базаһы булһа, матурлыҡҡа, бөхтәлеккә һәр ваҡыт ҡарауы рәхәт, — тине ул.
Ҡунаҡсыллыҡ үҫеше тәжрибәһе менән Мәскәү ҡалаһынан вице-президент, Ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы йәмәғәт союзы башҡарма директоры Алексей Волков бүлеште. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Туриндустрия һәм ҡунаҡсыллыҡ ойошмалары союзы рәйесе Илдар Бикҡужин — Баштурсоюз эшмәкәрлеге, “Һөнәри кадрҙар” мәғлүмәт-тренинг үҙәге директоры Лилиә Нурова — ҡунаҡсыллыҡ һәм туризм индустрияһында белгестәр әҙерләү, “Ҡара Иҙел” физкультура-һауыҡтырыу комплексы директорҙары советы рәйесе урынбаҫары Индира Фәхретдинова — Ҡариҙел районында эске туризм, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай эргәһендәге йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы Егор Тарасевич туризм индустрияһына әүҙем йәштәрҙе ылыҡтырыу тураһында сығыш яһаны.
Башҡортостан Республикаһының Туризм буйынса дәүләт комитеты һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы ойошмаларының дөйөм халыҡ союзы араһында туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөү форумдың төп өлөшө булды. Документ туристик ағымды күбәйтеүгә, ҡунаҡсыллыҡ өлкәһенә ҡағылған норматив хоҡуҡи акттарҙы камиллаштырыуға, һөнәри туристик тармаҡ-ара берләшмә берҙәмлеген нығытыуға булышлыҡ итәсәк. Ике яҡ квалификациялы кадрҙар әҙерләү өсөн шарттар тыуҙырыу, туризмдағы һөнәрҙәр абруйын күтәреү, күрһәтелгән хеҙмәттәр сифатын һәм сервис дәрәжәһен яҡшыртыу тураһында һүҙ ҡуйышты.
Форумдың рәсми өлөшөнә тиклем ҡунаҡтар өсөн урындағы оҫталарҙың ҡул эштәре күргәҙмәһе ойошторолдо, шулай уҡ район ял базалары баннерҙары ҡуйылды. Бай йөкмәткеле пленар өлөштән һуң форумда ҡатнашыусылар “Мәскәү” теплоходында район тәбиғәте матурлығы менән танышыуҙы дауам итте, туристик объекттарҙы ҡараны. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, бындай саралар киләсәктә райондың туризм индустрияһы үҫешенә яҡшы этәргес бирер.

Зөлфирә Зарипова.
Читайте нас: