300 йылдан артыҡ тарихы булған ауыл бәләкәйләнһә лә, унда тормош дауам итә. Тыуған ауыл һәр кем өсөн ҡәҙерле, сөнки унда хәтирәләр яңыра, күңелдәр ҡуҙғала. Ә инде зыяратты төҙөкләндереүгә килгәндә, ауылда тыуып үҫкән, ошо ерҙә, ситтә ғүмер кисергән, олоһо-кесеһе был эшкә ихлас күңелдән, берҙәм ҡуҙғалды.
Тимер торбалар ултыртылды, профнастилдан кәртәләр тотолдо. Һәр кем изге эшкә ҙур өлөш индерҙе. Йыраҡ араларҙы яҡын итеп был өмәгә ҡайтҡан ауылдаштар оло йәштә булһалар ҙа, тырышып эшләне. Изге эштән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ситтә ҡалманы.
— Һәр эштең һөҙөмтәһе — материалдар булыуға бәйле, — ти Руслан Халиков менән Алик Мөхәмәтшин. Шуға ла улар үҙ транспорттары менән етмәгән торбаларҙы, профилдәрҙе, буяуҙарҙы ваҡытында алып ҡайтып, ремонт эшен тиҙләтте. Иретеп йәбештереү — өмәнең иң ауыр өлөшө. Үҙ эшенең оҫталары Алмаз Ноғоманов, Руслан Зәрәфетдинов, Тимерхан Вәлиев һынатманы.
Өмәләрҙе ойоштороусы, материалдар артынан йөрөүсе, ауылдаштарының ошо эшкә биргән аҡсаһын тәртип менән теркәп барыусы Мөнирә һәм Мәғдән Вәлиевтар.
— Эшләгән эштәрҙең һөҙөмтәһе һеҙҙең тырышлыҡҡа бәйле. Әйтергә кәрәк, финанс яҡтан күрһәткән ярҙам өсөн ауылдың һәр бер кешеһенә рәхмәтемде белдерәм. Ауылыбыҙ кес кенә булһа ла, уның халҡы оло йәнле. Шундай илһөйәр, тырыш кешеләр булғанда, ауыл әле йәшәйәсәк. Ҡылған изгелектәрегеҙҙең сауабы барығыҙға ла меңе менән кире ҡайтһын, баҡыйлыҡтағыларҙың рухтары шат булһын, — ти был изге эште ойоштороусы Мәғдән Вәлиев.
Күмәк эш тамамланыу хөрмәтенә ауылдың имам-хатибы Илдар Ғаянов Ҡөрьән уҡып, моңло аҙан яңғыратты.
Берҙәмлектә — көс, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Тырыш, татыу халҡы менән билдәле Сурапан ауылы. Иң мөһиме, мәңгелек йортто төҙөкләндереү тик ауыл кешеләренең аҡсаһына, уларҙың тырышлығы менән башҡарылған изге ғәмәл. Ауылдарҙа шундай берҙәм, әүҙем халыҡ йәшәүе ысын мәғәнәһендә һоҡландыра.
Гөлфизә Хәсбетдинова