Йәнтөйәк
+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Июль 2020, 18:53

Тыуған ер үҙенә тарта

Асҡын районы Солтанбәк ауыл Советы ҡарамағында булған, күптән юҡҡа сыҡҡан Байкал ауылы урынына уның исеме яҙылған аншлаг ҡуйылды. Ҡасандыр тормош гөрләп торған Байкал ауылы урынында хәҙер ҡуйы урман үҫә.

Был ошо ауылда тыуып үҫкән ауылдаштарым өсөн ҙур шатлыҡ. Форсаттан файҙаланып, ош аншлагты ҡуйыуҙа булышҡан район хакимиәтенә һәм ауыл Советы депутаты Азат Әхәт улы Рәхимйәновҡа ҙур рәхмәтемде белдерәм. Шулай уҡ аҡсалата ҙур өлөш индергән һәм эштең барышын белешеп торған Флүзә Ниязоваға ҙур рәхмәт, — ти ошо ауылда тыуып үҫеп, бөгөн Мишкә районында йәшәүсе Мөзәүрә Нурислам ҡыҙы Ғәлиәхмәтова. — Солтанбәктән Данис Суфиянов был урында аят уҡыны. Килгән ҡунаҡтар барыһы ла үҙҙәре менән аш-һыу алып килгән, Флүзә Ниязова былау бешерҙе. Ауылдаштар табын артында алдағы йылдарҙа ауыл зыяратын төҙөкләндерергә һөйләште.
Лилиә ХӘСӘНОВА.
Читайте нас: