Ағиҙел, Ҡариҙел һәм Дим йылғалары менән уратып алынған ярымутрау – ете тау башында ултырған Өфө лә йәштәрҙе йәлеп итә. Ә уны йәштәр яратамы икән? Быны белер өсөн ҡаланың йәш быуын тарафынан иң ҡыҙыҡлы тип табылған урындарын асыҡланыҡ.Ситтән килгән ҡунаҡтарға Салауат Юлаев һәйкәленән, “Ете ҡыҙ” фонтанынан, “Ләлә-Тюльпан” мәсетенән башҡа тағы ниндәй иҫтәлекле ерҙәрҙе күрһәтергә белмәһәгеҙ, һеҙгә баш ҡалабыҙҙың тағы ла ҡыҙыҡлы урындарын тәҡдим итәбеҙ.“Арт-Квадрат”Мостай Кәрим урамындағы был ижади майҙан, күптән түгел барлыҡҡа килеүенә ҡарамаҫтан, йәштәрҙең, ҡала халҡының яратҡан урынына әүерелде. Шулай булмай ни, бында ҡыҙыҡлы арт-объекттар, уңайлы, үҙенсәлекле мөхитле сәйханалар, төрлө күргәҙмәләр, мәҙәни саралар өсөн тәғәйенләнгән айырым биналар, фотоға төшөү өсөн ҡыҙыҡлы локациялар, хатта үбешеү өсөн махсус урын да бар. Ҡышҡыһын майҙандарҙың береһе конькиҙа шыуыу өсөн боҙлауыҡҡа ла әүерелә.
“Арт-Квадрат” төрлө рәүештәге саралар уҙғарыу өсөн ҡуртымға биналар тәҡдим итеүе менән дә халыҡ һөйөүен яулап өлгөрҙө. “Фатирник”тар, шиғриәт кисәләре бында уҙа, үҙенсәлекле мөхит береһен дә битараф ҡалдырмай.
Кем бер тапҡыр булһа ла был ерҙә булғаны бар – “Арт-Квадрат”тың кирбестән, хатта ағастан һалынған иҫке өйҙәрҙе үҙенсәлекле итеп ҡулланыуына иғтибар иткәндер. Улар был урында шул тиклем килешә – әйтерһең дә, махсус төҙөлгән.
Майҙандың тағы ла бер үҙенсәлеге – тулы бер бина стенаһына төшөрөлгән ҙур граффити. Ул “Бәхет” тигән ҙур һүҙҙән һәм унан айырымланып киткән был төшөнсәне аңлатҡан төрлө һөйләмдәрҙән тора. Өфөнөң ҡап уртаһында урынлашҡан “Арт-Квадрат”та шулай уҡ йәшел газондар, балалар майҙансығы ла бар.
Бөгөнгө быуын – медиа быуыны. Йәштәрҙең тормошо фотоһүрәттәр, видеояҙмалар менән тығыҙ бәйле. Хатта улар араһында “фото юҡ икән: тимәк, был урында булмағанһың” тигән әйтем йөрөй. Ҡыҙыҡлы фотосессиялар ойоштороу өсөн ҡулайлы ул “Арт-Квадрат”.
Ташландыҡ һыу башняһыМосолман зыяраты янында урынлашҡан был урын – Өфөләге иң билдәле тарихи ҡомартҡыларҙың береһе. Ул, ҡалалағы тәүге һыу үткәргестәрҙең һыу баҫымы башняһы булараҡ, 1899 – 1900 йылдарҙа төҙөлә. 1957 йылда бында Ерҙең яһалма юлдаштарын күҙәткән астрономия станцияһы күсерелә, ҡыйығында ҡояш тотолоу һәм яһалма юлдаштарҙы күҙәтеү өсөн ҡулайлаштырылған ҙур телескоп, ә эстә 20–30 самаһы бәләкәйерәктәре урынлаша.
Мәскәү күрһәтмәләре буйынса обсерватория хеҙмәткәрҙәре тарафынан үтә лә мөһим тикшеренеүҙәр уҙғарыла: даими рәүештә бирелгән йүнәлеш буйынса Ерҙең яһалма юлдаштары менән идара итеү эштәре алып барыла. Башняның ҡыйығындағы көмбәҙҙе асылмалы итергә лә йыйыналар, әммә 1976 йылда обсерватория ябыла, ундағы ҡорамалдар сығарыла.
Был тарихи ҡомартҡы “Сатанистар башняһы” тигән ҡушамат алыуы менән уҙған быуаттың 80–90-сы йылдарында бинала йыйылған сектанттарға бурыслы. Ҡайһы берәүҙәр тап ошонда өрәктәр күреүе хаҡында һөйләй, ошо арҡылы хәҙер ташландыҡ башня мистик урынға әүерелгән.
Серле урын бөгөн дә йәштәрҙе үҙенә йәлеп итә. Кемдер унда ҡыҙыҡлы фотокадрҙар өсөн бара, кемдер ҡыҙыҡһыныуын еңә алмай аяҡ баҫа.
“Аристократ” торлаҡ комплексы– Был Барселонамы?
– Юҡ, Өфө!
Ошондайыраҡ һүҙҙәрҙе күрергә була “Аристократ” торлаҡ комплексы фотоһүрәттәре аҫтында. Иван Якутов паркы янындағы был урын, күптән түгел төҙөлөүенә ҡарамаҫтан, һанһыҙ йәштәрҙе үҙенә йәлеп итә.
Заманса рухлы бейек йорттар, уларҙың янындағы декоратив ағастар, ысынлап та, сит ил ҡалаларының панорамаһын хәтерләтә. Йорттар араһында юғарынан күпер һалынған, уның аҫтында таш түшәлгән майҙан, үҙенсәлекле формалағы эскәмйәләр.
Фотоһүрәттәр өсөн әлегә ялҡытмаған, матур фон эҙләүселәр бында ағыла, балалары менән йөрөүселәр, эскәмйәлә ял итеүселәр, әңгәмәләшеүселәр етерлек.
Ҡыҙыҡлы урындың шулай уҡ ҡала халҡының яратҡан Якутов паркы янында урынлашыуы ла уңайлы – ҡунаҡтар, туристар бер юлы ике матур күренешкә шаһит була. Өҫтәүенә, бер яҡтан парк, икенсе яҡтан, тар Ибраһимов бульвары ҡамауындағы “Аристократ” төҙөлөш комплексына оло ҡала шау-шыуы килеп етмәй, бында тыныс.
“Трамплин” канат юлыӨфөлә туристар, ғәҙәттә, ҡала үҙәгенән ары китмәй, бик ныҡыштары ғына уның башҡа райондарын гиҙә. Уларға уңыш та йылмая – Йәшел Сауҡалыҡ, Сипайлово биҫтәләрендә лә иғтибарҙы үҙенә йәлеп итерлек ҡыҙыҡлы урындар бар.
Был ике район араһында урынлашҡан “Трамплин”ды ҡала халҡы яҡшы белә, ә бына Өфө ҡунаҡтарының бында килеп етмәүе ихтимал. Бында канат юлы ла, Дисней йәнһүрәттәрендәгеләй ысын әкиәт һарай ҙа, асыҡ һауалағы матур сәйхана ла, яҡында ғына урман да бар.
Был урындарҙың “Трамплин” тип аталыу тарихы уҙған быуат аҙағына барып тоташа. 1992 йылда 100 метр бейеклегендәге трамплин төҙөлә башлай, әммә үҙ эшен туҡтатырға мәжбүр була. Төҙөлөш эштәре 2003 йылда ғына тергеҙелә, 120 метрлы ҡоролма инде әҙер тигәндә, ер аҫты һыуҙары ағымы арҡаһында тау битләүе йомшарыу сәбәпле, ул ныҡлығын юғалта, трамплинды 2016 йылда алып ташлайҙар.
Бейек спорт ҡоролмаһы юҡ ителә, әммә исеме тороп ҡала, инде “трамплин” тигәс, ҡала халҡының күҙ алдына ҡышҡыһын сноубордта, саңғыла шыуыу өсөн тау битләүе, йылдың башҡа миҙгелдәрендә юғарынан хозур күренештәргә һоҡланыу өсөн канат юлы күҙ алдына килә. Быларҙан тыш, “Трамплин”да замок рәүешендәге ресторан, сәйхана бар, ҡайһы бер өҫтәлдәр асыҡ һауала урынлашҡан.
Канат юлы яҡынса май башынан алып октябрь урталарына тиклем үҙ эшен дауам итә. Ул йәштәрҙең, туристарҙың һәм Өфө ҡунаҡтарының ғына түгел, баҡсасыларҙың да күңеленә хуш килә – ҡала ситендәге баҡсаға барып етеү өсөн ҡулайлы транспорт булып тора, кабиналары ла йылдан-йыл уңайлыраҡ була бара, хаҡы – 40 һум тирәһе.
Дуҫлыҡ монументы аҫтындағы яр буйыӘле үткән йәйҙә генә Татарстан Республикаһындағы Түбәнге Кама ҡалаһында Кама йылғаһы ярҙарын иңләгәндә, их, беҙҙә лә ҡасан ошолай була инде, тип уфтана инем. Салауат Юлаев майҙаны аҫтындағы яр буйынан тыш, быйыл Дуҫлыҡ монументы янындағы яр буйы ла төҙөкләндерелеп бөтөп килә.
Өфөгә ингән күпер аҫтындағы майҙан – элек-электән ҡала халҡының яратҡан ял урыны, унда һыу ҙа инәләр, ҡомда ла ҡыҙыналар, кисен дә йөрөйҙәр, шашлыҡ та ҡыҙҙыралар. Һуңғы йылдарҙа, ремонт эштәренән һуң, халыҡҡа яңыртылған яр буйы тәҡдим ителде.
“ӨФӨ” хәрефтәре менән биҙәлгән ҡоймалар, улар өҫтөндә сәскә түтәлдәре, һикәлтәләр, самокат-велосипед-скейтбордта йөрөү өсөн уңайлы һуҡмаҡтар һәм, ниһайәт – уңайлы ултырыу урындары. Улар ҙур һикәлтә формаһында өҫтән аҫҡа ҡарай ағас эскәмйәләрҙән ғибәрәт. Бында ғаилә менән ял итергә, тын ғына Ағиҙел ағышын күҙәтергә (яҙ көнө боҙ киткәнен ҡарарға бигерәк тә ҡулай!), спорт менән шөғөлләнергә, яр буйлап йәйәү йөрөргә лә була. Ағиҙелдең аръяғындағы пляж зонаһы шул көйө ҡаласаҡ.
Хәрәкәтсән кешеләр күпер эргәһенән үтеп, яңы яр буйын күҙәтә-күҙәтә Салауат Юлаев майҙаны янына тиклем барып етә ала – ундағы матурлыҡҡа ла күҙ, күңел һөйөнә – уңайлы эскәмйәләр, шулай уҡ сәскәле ҡоймалар, ҙур-ҙур бәүелсәктәр, ятып ҡояшта ҡыҙыныр өсөн ағас урындыҡтар һәр кемгә лә оҡшаясаҡ.
Ғөмүмән, Ағиҙел ярын танырлыҡ та түгел хәҙер. Бынан һигеҙ йыл элек Салауат Юлаев майҙаны яғына ҡарай киткән ярҙа тотош әрәмә лә шырлыҡ, аяҡ аҫты бысраҡ ине. Шулай ҙа ҡала халҡы һыу инергә лә, ташлы яр буйында ҡыҙынырға ла аптыраманы. Хәҙер килеп, унда ултырырға, хатта ятырға, бәүелергә, яҡындағы сәйханаға инеп тамаҡ ялғарға ла мөмкин. Шул уҡ Түбәнге Кама ярынан күпкә матурыраҡ хәҙер беҙҙеке.
“Нур” театры янындағы быуалы паркКемгә нисектер, мин элек был урынға бөтөнләй иғтибар итмәй торғайным. Баҡтиһәң, Өфө “Нур” татар дәүләт театры янында бәләкәй генә, әммә матур парк урынлашҡан. Ундағы ҡыуаҡтарҙың, сәскәләрҙең үҙенсәлекле ултыртылыуынан тыш, кескәй генә быуа ла иғтибарҙы йәлеп итә, ә уның ҡап уртаһында ағастар үҫә. Ошонда уҡ театр янындағы ҙур булмаған битләүҙә сәғәт тә урынлашҡан.
Спектакль ҡарарға килгән һәр кем тамаша башланғансы йәки унан һуң был паркка фекер тупларға, юлдаштарына тәьҫораттары менән уртаҡлашырға килә аласаҡ.
Был урын бәләкәй балалы йәш ғаиләләр өсөн уңайлы – кескәйҙәр йүгереп, уйнап арығас, быуаға таш һелтәп булһа ла күңел аса, ә ата-әсәһе эскәмйәлә ял итә, матур сәскә ҡыуаҡтары янында йәш әсәйҙәр фотоға төшә.
Ленин урамындағы сәнғәт аркаһыӨфөнөң тарихи үҙәгендә урынлашҡан был арканың үҙенсәлекле тарихы ла бар – уны билдәле рок-йондоҙ, “ДДТ” төркөмө фронтмены, яҡташыбыҙ Юрий Шевчук М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның һынлы сәнғәт графикаһы факультетының сығарылыш курс студенты булғанда үҙенең диплом эшендә һынландыра. Картинала йәштәрҙең был арка эсендә ямғырҙың туҡтағанын көтөүе һүрәтләнә. Кемдер бер нисә йыл элек был осраҡты иҫләп, арканың һары стенаһына “ДДТ”-ның логотибын да төшөрөп киткәйне, әммә уны тиҙ арала юйып ҡуйҙылар.
Был урынды яратыусылар, айырыуса йәштәр бер нисә көн элек кенә яҡшы яңылыҡ ишетте: аркаға тулыһынса ғәжәйеп һүрәттәр төшөрөлдө. Бында космонавт образында шул уҡ Юрий Шевчуктан башлап, ҡасандыр Өфөлә тыуып үҫкән, хәҙер исемдәре илгә танылған йырсылар Земфира, “Lumen” төркөмө солисы Рөстәм Булатов һынландырылған. Проект авторы Олег Кайбашев арканың яңы һулышын башҡорт мәҙәниәтенең ғаләме тип атай.
Бында шулай уҡ билдәле яҡташтарыбыҙ Владимир Спиваков, ағалы-ҡустылы Абдразаҡовтар, Олег Кирәев йондоҙлоҡтары ла бар. Ҡайһы бер һындарҙың һәр деталенә тиклем, ҡайһы берҙәренең йондоҙлоҡтар форматында, бәғзеләренең планета, йондоҙ, комета рәүешендә төшөрөлөүе йыһандың тулы картинаһын тыуҙыра ла инде.
Бында музыкаға ғына түгел, һынлы сәнғәткә лә урын табылған. Билдәле башҡорт рәссамы Әхмәт Лотфуллиндың “Өс ҡатын”, Михаил Нестеровтың “Видение отроку Варфоломею” картиналары йондоҙлоҡтар итеп һынландырылған, Мостай Кәрим “Прометей” кометаһының конструкторы, унан өҫтә Рудольф Нуриевтың яҡты кометаһы оса... Фәйзи Ғәскәров, Сергей Довлатовтар ҙа бар – улар сағыу йондоҙлоҡ булып балҡый.
Бынан миллион йыл элек йәшәгән халҡыбыҙҙың тәүге рәссамдары ла онотолмаған: Шүлгәнташ мәмерйәһендә табылған тәүтормош кешеләренең һүрәттәренең күсермәләре биҙәй арканы.
Киләсәктә сәнғәт аркаһы интерактив буласаҡ: бында микрофондар ҡуйыласаҡ, уларға шиғыр уҡып йәки йыр йырлап, үҙ тауышыңды яҙҙырып буласаҡ. Play төймәһенә баҫып, башҡаларҙың да ижад өлгөләрен тыңлай аласаҡһың.
Проект авторҙары – тылсымлы ҡылҡәләмгә эйә рәссамдар был урындың Өфө йәштәре өсөн үҙ-үҙҙәрен күрһәтергә ҡулайлы майҙансыҡҡа әүерелеренә ышана.
Аҫылмалы ташСаҡ ҡына Өфөнән сығып китәйек әле. Өҫтә һүрәтләнгән ерҙәрҙә йөрөп, ҡала шауынан арып китһәгеҙ, һеҙҙең өсөн бик шәп тәҡдим бар – ул да булһа, Аҫылмалы таш. Өфөнән сығып күп атларға ла кәрәкмәй – ә хозурлығы Бөрйән районы тәбиғәтенән һис тә ҡалышмай.
Октябрь проспекты буйлап йөрөгән ҡала автобусында Ҡурсаҡ театры, Дан бульвары йәки Ҡала мәҙәниәт һарайы туҡталышына тиклем барып етергә лә, йәйәү 20-30 минут атларға кәрәк. Телефонығыҙҙағы Гугл йәки Яндекс карталар ҡайһы яҡҡа боролорға кәрәклеген күрһәтер. Бер-ике һүҙ менән әйткәндә, автобустан төшөргә лә юлды аша сығып, туп-тура урман эсенә инеп китергә кәрәк, аҙаҡ унда поезд рельстары күренәсәк. Рельстар аша үтеп, бер килке барғас, уңға тартырға – алда Ағиҙел йылғаһы алҡынасаҡ, ярайһы уҡ бейек ҡая хасил булыр. Әйткәндәй, уға менеп баҫып, һул яҡҡа күҙ ташлаһаң, Салауат Юлаев һәйкәле, тимер юл күпере күренә.
Әммә шуны онотмағыҙ: Аҫылмалы таш – ғүмер өсөн хәүефле объект, сөнки унда баҫып тороу өсөн урын аҙ. Бында бәләкәй балалар менән барырға бөтөнләй тәҡдим ителмәй, ололарға ла үтә һаҡ булырға, һәр аҙымды үлсәп баҫырға кәрәк. Урын-ер матур ҙа, ғүмер бер генә, ә матур фотоһүрәт эшләйем тип, фажиғәле һәләк булғандарҙың һаны күп.
Өфө ҡалаһы.
Фото:
ufamama.ru