Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Июль 2020, 13:29

Оҫта режиссёр, актёр һәм педагог

Мишкә районынан Нина Әхмәҙиева күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн дәүләт наградаһына лайыҡ булды

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров республика мәҙәниәт һәм сәнғәт әһелдәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Тантаналы сара Өфө ҡалаһының «Арт-КВАДРАТ» ижади майҙансығында үтте. Мишкә район Мәҙәниәт һарайының «У илыш» халыҡ театры режиссёры Нина Анатольевна Әхмәҙиева «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булды.
Нина Әхмәҙиева үҙенең хеҙмәт юлын 1987 йылда Иҫке Васькин ауыл клубы директоры булып башлай. Ул бер ваҡытта ла вазифаһын юғары ҡуймай. Бала-саға менән бергә әкиәттәр, ауыл халҡы менән спектаклдәр әҙерләй, улар менән бергә режиссёр һөнәренең асылына төшөнә. Ойоштороу һәләте уның бала саҡтан килә. Төрлө саралар, байрамдар, конкурстар ойоштороп, ауыл халҡының хөрмәтен яулай. 1999 йылдың апрель айында Мишкә район Мәҙәниәт һарайына эшкә күсә. Нина Анатольевнаға «У илыш» мари халыҡ театры етәксеһе вазифаһын йөкмәтәләр. Театр «халыҡ» исемен 1987 йылда уҡ алған була. Йәш етәксе килеү менән коллектив яңы спектаклдәр өҫтөндә эшләй башлай. Театр яңы һулыш ала, сәхнәгә яңынан-яңы спектаклдәр сығарыла, тамашасы һәр сығыштарын көтөп ала. Тиҙ арала райондың ғына түгел, республиканың иң яҡшы театр коллективтары исемлегенә инәләр. Театрҙа төрлө йәштәге халыҡ шөғөлләнә. Улар араһында ниндәй генә һөнәр эйәләре юҡ. Барыһын да сәхнәгә һөйөү алып килгән бында. Коллектив республикабыҙҙың төрлө район-ҡалалары сәхнәләрендә, Мари Иле Республикаһында күп тапҡыр уңышлы сығыш яһаны. Халыҡ-ара, төбәк-ара, республика смотрҙарында, фестивалдәрендә ҙур уңыштарға ирешәләр.
Театр өс йылға бер үҙенең «халыҡ» исемен яҡлап тора. Уның репертуары 26 яңы сәхнә әҫәре менән байытылған.
2015 йылда Нина Анатольевна етәкселегендә коллектив «Алтын тирмә-2015» төбәк-ара халыҡ театрҙары фестивалендә — II, 2016 йылда республика һәүәҫкәр театрҙар конкурсында III дәрәжә дипломға лайыҡ була. Театр коллективы һәм шәхсән уның етәксеһе күп тапҡырҙар Рәхмәт хаттары, Почет грамоталары, дипломдар менән бүләкләнә. Был, әлбиттә, Нина Әхмәҙиеваның тырышлығы, эшенә бирелгәнлеге, ойоштороу һәләте, компетентлығы һөҙөмтәһе. Әүҙем ижади хеҙмәтен, башҡарыу оҫталығын юғары кимәлдә баһалап, 2015 йылда оҙаҡ йылдар мәҙәниәт өлкәһендә намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Республика Халыҡ ижады үҙәге, Мари Иле Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы Почет грамоталары менән бүләкләнә.
Бөгөн Нина Анатольевна тормош иптәше Виталий Мадиевич менән Мишкә ауылында йәшәй. Әхмәҙиевтар — күптәргә өлгө булырлыҡ ғаилә. Ҡыҙҙары Надежда менән Валентина үҙҙәренә оҡшаған һөнәр һайлап, эшләп йөрөй.
Нина Анатольевна — уңған хужабикә, яратҡан өләсәй ҙә, ейәнсәре алдынан төшмәй.
Әхмәҙиевтар баҡса үҫтерә, мал тота, ҡош-ҡорт үрсетә. Хеҙмәт яратҡан, тырыш ғаиләне райондаштары ла ихтирам итә.
Лилиә ХӘСӘНОВА.
Читайте нас: