Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Июль 2020, 14:05

Балалы йорт — нурлы йорт

Мутайылға ауылында йәшәүсе Света һәм Денис Юнысовтар ғаиләһендә береһенән-береһе теремек өс ул үҫә.

Бар эшкә лә оҫта хужабикә әле декрет ялында. Ғаилә башлығы вахта ысулы менән Себер яҡтарында эшләй, шуға күрә бала тәрбиәләү, йорттағы күпселек эш йәш әсә иңенә төшә. Бәхеттәренә күрә, яҡында ғына Светаның әсәһе Рафания апай ғүмер итә. Асҡын ауылында йәшәүсе Денистың ата-әсәһе Мәүлидә апай менән Рәфил ағай ҙа һәр саҡ ярҙам итеп, ейәндәрен ҡарашып тора.
“Иң ҙур теләгебеҙ – улдарыбыҙ һау-сәләмәт, бәхетле булып үҫеп, киләсәктә тормошта үҙ урынын табып, тиңдәрен осратып, матур ғаилә ҡорһон. Дәүләт ярҙамын тойоп йәшәгәс, күп бала тәрбиәләргә ышаныс арта. Яңыраҡ алған аҡсалата ярҙамға ла бик ҡыуандыҡ”, — ти Света.
Мутайылғала ғүмер итеүсе йәш, матур һәм татыу ғаиләнең тормоштары артабан да нурлы һәм ҡотло, бәхетле булһын!
Наилә Имаева.
Фотолар ғаилә архивынан алынды.
Читайте нас: