Емеше составында шәкәр (17,5 процент), пектин, каротин, В, С, РР витаминдары, фолий кислотаһы һәм башҡа биологик әүҙем матдәләр бар. Сейәнең япрағы төрлө витаминдарға, ферменттарға, минераль тоҙҙарға һ.б. бай. Уны ҡыуаҡ сәскә атҡан мәлдә йыйыу кәңәш ителә. Киптереү, һаҡлау — ғәҙәттәгесә. Емеше һәм һуты аҙ ҡанлылыҡтан, һыуыҡ тейҙереп сирләгәндә (тын алыу юлдары шешкәндә) файҙалы.
Сейә япрағынан әҙерләнгән ҡайнатма бауыр һәм үт ҡыуығы шешкәндә, эс киткәндә ҡулланыла.
Сейә емеше һабаҡтарынан әҙерләнгән ҡайнатма бөйөр ауыртҡанда, эс киткәндә файҙалы. Дауаны әҙерләү: ике балғалаҡ киптерелгән емеш һабаҡтарын бер стакан ҡайнар һыуға һалып, талғын утта 10-15 минут ҡайнатып алырға. Ашар алдынан көнөнә өс тапҡыр 1/3 стакан эсергә.