Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Июль 2020, 17:07

Өфө заводының бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуҙа өлөшө ҙур

“Беҙҙең коллектив Өфөнөң “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” тигән исемгә лайыҡ булыуы хаҡындағы хәбәрҙе тулҡынланыу һәм ғорурлыҡ менән ҡабул итте, – тине “ОДК-УМПО” йәмғиәтенең идарасы директоры, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Рәсәй машина төҙөүселәр союзының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Евгений Семивеличенко.

– Был исемде баш ҡалабыҙ лайыҡлы рәүештә алды. Беҙҙең заводтың Еңеүгә индергән өлөшө һандар менән генә билдәләнмәй, шулай ҙа был хаҡта әйтеп үтеү урынлы булыр: һуғыш йылдарында бында 51 меңдән ашыу авиация моторы етештерелә. Әммә, тәү сиратта, Өфөнөң Рыбинск, Ленинград, Мәскәү, Воронеж ҡалаларынан эвакуацияланған йөҙҙәрсә кеше өсөн икенсе тыуған йортҡа әйләнеүен билдәләргә кәрәк. Өфөнөң моторҙар төҙөүселәре фиҙакәр хеҙмәте менән илебеҙ авиацияһының Бөйөк Ватан һуғышындағы өҫтөнлөгөн тәьмин итте”.
Ысынлап та, ауыр һуғыш йылдарында баш ҡалабыҙға бихисап предприятиелар, меңдәрсә кешеләр эвакуациялана.
384-се Өфө мотор заводы биләмәһенә 26-сы Рыбинск заводы, 234-се һәм 451-се Ленинград заводтары, Мәскәү янынан 219-сы заводтың бер өлөшө, Воронеж конструкторҙар бюроһы эвакуациялана. Шулай уҡ 238-се Өфө (дизель) заводы ла ҡушыла. Берләшкән предприятие “Авиация сәнәғәте халыҡ комиссариатының дәүләт союз Ленин орденлы 26-сы заводы” тип атап йөрөтөлә башлай ( әле ул – ОДК-Өфө моторҙар төҙөү производство берләшмәһе” йәмғиәте).
Завод коллективы ауыр шарттарҙа, алһыҙ-ялһыҙ эшләп, фронтты моторҙар менән тәьмин итә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында киң таралған М-105ПФ моторы Өфөлә 1942 йылда етештерелә башлай һәм “Як”, “ЛаГГ-3” истребителдәренең эшмәкәрлеген тәьмин итә. 1943 йылдан завод цехтарында тағы ла ҡеүәтлерәк ВК-107А моторы етештерелә башлай. Һуғыш аҙағына табан әлеге моторҙа эшләгән Як-9У поршенлы моторлы самолеттар араһында тиҙлек йәһәтенән иң яҡшыһы булып таныла.
1941 йылда заводта тәүге комсомол-йәштәр фронт бригадалары барлыҡҡа килә. Улар “Тылда һуғыштағы яугирҙәр кеүек хеҙмәт итергә” тигән саҡырыу аҫтында эшләй. Етештереү нормалары 1200 процентҡа үтәлгән осраҡтар була. Һуғыш аҙағына бындай бригадалар һаны 300-гә етә.
1942 йылда Өфө һәм Куйбышев заводтары коллективтары тәҡдиме менән оборона йүнәлешендәге тауарҙар етештергән авиация сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре араһында Бөтә союз социалистик ярышы иғлан ителә һәм Дәүләт оборона комитетының күсмә Ҡыҙыл байрағы булдырыла. Өфө заводы коллективы әлеге байраҡты 23 тапҡыр яулай һәм һуғыштан һуң ул тап беҙҙең заводта мәңгелек һаҡлауға ҡалдырыла.
1945 йылдың 2 июлендә авиация двигателдәре етештереү буйынса Ленин орденлы 26-сы Өфө заводы Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Ул Башҡортостандан әлеге юғары наградаға лайыҡ булған берҙән-бер предприятие була.
Бына шулай, баш ҡалабыҙ Өфө лә, Ленин орденлы 26-сы Өфө заводы ла бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индерә һәм бөгөн килеп, ошо фиҙакәрлектең лайыҡлы баһаланыуы – барыбыҙ өсөн дә оло шатлыҡ ул.
Фотолар: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: