Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Июнь 2020, 16:37

Төҙөкләндереү эштәре ҡайнай

Ағымдағы йыл республикабыҙҙа Зауыҡлы биләмәләр йылы тип иғлан ителде. Төбәк Башлығы Радий Хәбировтың был башланғысын халыҡ хуплап ҡаршы алды, сөнки ҡала-ауылдарҙы төҙөкләндереү, урамдарҙы тәртипкә килтереү, йәшәгән йорттарҙы матурлау проблемалары күптән көнүҙәк булып ҡала һәм был мәсьәлә үҙенең сиселешен көтә ине.

Һуңғы ике айҙа районда был йәһәттән күп эштәр башҡарылды. Уҙған йылдың көҙөндә башланған ағас ултыртыу эше яҙын да дауам ителде. Райондың 90 йыллығына бағышлап, Иҫке Балтаста урынлашҡан һәм ауыл биләмәләрендәге ойошма, учреждение алдарын, биләмәләрен сәскә түтәлдәре менән биҙәү буйынса бәйге иғлан ителде. Хеҙмәт коллективтары был эшкә ижади ҡарап, фантазия ҡушып, төрлө композициялар булдырырға тырыша. Бынан тыш, барлыҡ ауылдарҙа ла йорт алдарындағы үләндәрҙе сабыу, обелиск алдарын тәртиптә тотоу, зыяраттарҙы төҙөкләндереү, шишмәләрҙе таҙартыу, электр ярҙамында көтөүлектәрҙе уратып алыу буйынса эш йәйелдерелде. Халыҡҡа үҙ биләмәләрен төҙөкләндерергә кәрәклеге аңлатыла. Торлаҡ пункттарҙы матурлауҙа, әлбиттә, ауыл биләмәләре башлыҡтарының роле ҙур. Һәр ауыл биләмәһе ауыл ихтыяждарынан сығып, планлы рәүештә төҙөкләндереү эшен алып бара. Мәҫәлән, Тусыбай ауыл биләмәһендә Юғары Ҡанһөйәр ауылы зыяраты кәртәләп алынды. Әйткәндәй, һуңғы биш йылда биләмәлә барлығы һигеҙ зыярат кәртәләнде, улар араһында мәңгелек йорттарҙың элеккеләре лә бар. Шулай уҡ Тусыбай ауылында йәйге балалар уйын майҙансығы эшләнде, Иҫке Ҡарғалы ауылына ингән урында 200 метр аралыҡта кәртә тотолдо, Түбән Ҡанһөйәр һәм Тусыбай ауылдарында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ҡуйылған обелискылар ремонтланды, шишмәләр таҙартылды. Бирелә биләмә башлығы Йәлил Ғафуров етәкселегендә өмәләр йыш ойошторола, төҙөкләндереү эштәрендә халыҡ әүҙем ҡатнаша. Юғары Ҡанһөйәр ауылының Мәктәп урамында — 450, Иҫке Ҡарғалы ауылының Фрунзе урамында 700 метр аралыҡта юл төҙөкләндерелә. Эштәрҙе “Агропродукт” йәмғиәтенең мастеры Ринат Хәйруллин етәкселегендәге бригада башҡара.
Гөлнара Шәймөхәмәтова

Читайте нас: