Федераль министрлыҡ етәксеһе һәм Башҡортостан Башлығы Өфөнөң Дим биҫтәһендә вуз-ара студент кампусы төҙөлөшө өсөн майҙансыҡты ҡараны. Радий Хәбиров билдәләүенсә, заманса күп функциялы комплекс биш мең кешегә иҫәп тотоп төҙөлә.
Бынан тыш, көн дауамында Валерий Фальков республиканың белем биреү учреждениеларының эшмәкәрлеге менән таныша, шулай уҡ “Киләсәк биләмәһе. Евразия йөрәгенән ҡараш” халыҡ-ара урбанистика форумында ҡатнаша.