Йәнтөйәк
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Июнь 2020, 16:32

Балтастың данлыҡлы улы

Балтас районының Яңы Тимкә ауылы инде район картаһында юҡ. Ул колхозлашыу осоронда Иҫке Тимкәнән күсеп ултырған кешеләр тарафынан барлыҡҡа килгән, тарихы ҡыҫҡа ғына булған. Әммә шул кес кенә ауылдың исемен район тарихына уйып яҙып ҡуйырлыҡ. Бирелә Балтастың иң күренекле шәхестәренең береһе — физика белгесе, техник фәндәр докторы, юғары һөнәри белем биреү өлкәһенең маҡтаулы хеҙмәткәре, Рәсәй тәбиғәт белеме академияһы ағзаһы Мәсхүт Малик улы Вәлиев тыуған.

Мәсхүт Малик улы иҫәбендә 120 фәнни хеҙмәт, 15 патент һәм уйлап табылған асыш, Рәсәй тәбиғәт белеме академияһының “Рәсәйҙең алтын кафедраһы”, Европалатаның “Ғәҙәттән тыш ҡаҙаныштар өсөн алтын миҙал” тигән бүләктәре бар. Ул 45 йыл хеҙмәт дәүерендә республиканың өс әйҙәүсе юғары уҡыу йорто үҫешенә, Башҡорт дәүләт аграр университетында яңы факультет һәм яңы белгеслек булдырыуға ҙур өлөш индергән.
Мәсхүт Малик улы 1947 йылдың 13 ғинуарында Яңы Тимкә ауылында донъяға килгән. Уны уҡытҡан талантлы уҡытыусының исеме билдәле түгел, әммә нәҡ шул ваҡытта Мәсхүт физика фәненә ғашиҡ була, теоретик физиканы ғүмеренең асылы итеп һайлай. Башҡорт дәүләт университетын 1970 йылда тамамлап, өс йыл армия сафтарында хеҙмәт иткәндән һуң, йәш физик авиация техник университетында эш башлай. Өлкән инженерҙан кафедра доцентына тиклем электротехниканың теоретик нигеҙҙәре кафедраһында 25 йыл хеҙмәт юлы үтә. 1996 йылда аграр университеттың ауыл хужалығы электр тәьминәте кафедраһында өҫтәмә курс лекциялар уҡый башлай. Электротехника һәм мәғлүмәти технологиялар өлкәһендә әйҙәүсе белгес булараҡ, кафедраға профессор вазифаһына эшкә саҡырыла һәм 1998 йылда университетта яңы асылған ауыл хужалығын электрлаштырыу һәм автоматлаштырыу факультетына декан итеп һайлана. Шул уҡ ваҡытта Мәсхүт Вәлиев 2001 йылға тиклем электротехниканың теоретик нигеҙҙәре буйынса лекциялар алып бара. Уның инициативаһы менән электротехниканың теоретик нигеҙҙәре кафедраһы ойошторола һәм яҡташыбыҙ баштағы ике йылда уны етәкләй. 2000 йылда факультет республикала тәүге тапҡыр юғары квалификациялы электрсы инженерҙар әҙерләп сығара.
Мәсхүт Малик улы быуат башында иң кәрәкле яңы фәндәр — информатика һәм мәғлүмәти технологиялар менән тәрәндән шөғөлләнә башлай. Был фәндәрҙе уҡытыуҙың методик тәьминәтен булдыра. 2003 йылда кафедраның профессоры була, 2005 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 2009-2012 йылдарҙа кафедраны етәкләй. 2010 йылда Мәсхүт Вәлиев яҙған “Компьютерное моделирование в технике и технологиях” тип аталған уҡыу әсбабы Рәсәй тәбиғәт белеме академияһы тарафынан был тармаҡта иң яҡшы китап булараҡ таныла. 2011 йылда информатика һәм мәғлүмәти технологиялар кафедраһы “Рәсәйҙең алтын кафедраһы” исеменә лайыҡ була, диплом менән бүләкләнә. 2012 йылда Европа фәнни-сәнәғәт палатаһы кафедра эшмәкәрлеген Европа сифаты дипломы менән билдәләй, ә профессор Мәсхүт Вәлиевҡа алтын миҙал тапшырыла.
2013 йылда Мәсхүт Малик улы тикшеренеүҙәр эшмәкәрлеген Башҡорт дәүләт университетының мәғлүмәти хәүефһеҙлек менән идара итеү факультетында дауам итә. Биш йыл кафедра мөдире булып, артабан профессор вазифаһында эшләй. Ғүмеренең һуңғы көндәренә ҡәҙәр студенттарҙың фәнни етәксеһе була, лекциялар уҡый, имтихандар ҡабул итә. Хеҙмәттәштәре уны һәр ваҡыт асыҡ йөҙлө, тәрән аҡыллы кеше, ысын һөнәрмән итеп иҫкә ала.
Мәсхүт Вәлиев 2018 йылдың 28 апрелендә баҡыйлыҡҡа күсә. Билдәле яҡташыбыҙ тыуған яғында, Иҫке Тимкә ауылында ерләнгән.
Гөлнара Шәймөхәмәтова.
Читайте нас: