Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Июнь 2020, 16:45

Ауыл тормошон үҙ итеп

Ҡариҙел районы Нәғретдин ауылында йәшәүсе Гөлфирә һәм Азат Карамовтарҙың татыу, ярҙамсыл ғаиләһе ауылдаштары араһында оло ихтирам, хөрмәт ҡаҙанған.

Ике йәш йөрәк 1984 йылда өйләнешеп, матур тормош ҡороп, бына хәҙер 36 йыл ауыл тормошон үҙ итеп йәшәй. Улар — дүрт ҡыҙға ғүмер бүләк иткән матур пар, хөрмәтле атай-әсәй. Балалары ла тәртипле, тәүфиҡлы, эшкә уңған. Ата-әсәләре уларҙы тормош һынауҙарына бирешмәҫкә, көслө, шул уҡ ваҡытта йомшаҡ күңелле, яғымлы булырға өйрәтеп үҫтерә. Айгөл, Гөлшат, Гөлсәсәкте уҡытып сығарып, оло тормошҡа аяҡ баҫырға ярҙам иткәндәр. Ҡыҙҙарының һәр береһенең яратҡан эше бар, балалар тәрбиәләйҙәр. Төпсөктәре Эльвина Өфө нефть колледжында белем ала. Гөлфирә менән Азат Карамовтар бер ейән, биш ейәнсәргә яратҡан, хәстәрлекле өләсәй менән олатай ҙа хәҙер. Уларҙың бәләкәй уңыштарына ла һөйөнөп, байрамдарға ҡайтҡандарын түҙемһеҙлек менән көтөп, тәмле ризыҡтарын бешереп көтөп торалар.
Гөлфирә Фәнир ҡыҙы 2004 йылдан алып үҙҙәре асҡан магазинда һатыу итә. Унда бөтә нәмә лә бар: төрлө аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, көнкүреш кәрәк-яраҡтары менән ауылдаштарын тәьмин итәләр. Уңған хужабикәнең өй эсе һәр ваҡыт бөхтә, өҫтәленән тәмле ризыҡтар өҙөлмәй. Күңел күтәренкелеге менән, тормошто һөйөп йәшәгән Гөлфирә Фәнир ҡыҙының рухы ла бай, йорт-ҡураһы ла нур сәсеп тора. Баҡсаһында береһенән-береһе матур сәскәләр үҫтерә. Ҡул эшенә лә бик оҫта ул. Аралашыусан, алсаҡ йөҙлө, асыҡ күңелле гүзәл заттың күп төрлө һәләте хайран итә.
Хеҙмәт һөйөүсән ғаилә башлығының пилорамаһы бар. Азат Мөғәриф улы шәхси предприятиеһында 18 йыл дауамында уңышлы эшләй. Ошо ваҡыт эсендә ул үҙен күп төрлө эш башҡарыусы, яҡшы сифатлы төҙөлөш материалдары етештереүсе һәм һатыусы, ышаныслы, эшлекле эшҡыуар итеп танытты. Ҙур тәжрибә, төҙөлөш индустрияһы үҙенсәлектәрен яҡшы белеүе уға артабан да үҫешергә мөмкинлек бирә.
Әлеге көндә Гөлфирә һәм Азат Карамовтар ике ҡатлы матур йортта ғүмер кисерә. Баҡса үҫтереп, мал, ҡош-ҡорт аҫрап, бәхетле, имен, мул тормошта йәшәйҙәр. Ауылдаштарына ярҙам ҡулы һуҙырға һәр ваҡыт әҙер булған, изгелекле кешеләр улар. Уңған ғаилә бәхет эҙләп ситкә сығып китмәгән. Донъяларын матур итеп ҡоршап, үҙ төйәгенә йәм өҫтәп, хеҙмәттән тәм табып ғүмер итәләр.
Люция КАРАМОВА.
Фото ғаилә архивынан.
Читайте нас: