Йәнтөйәк
-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Июнь 2020, 17:04

Салауат Юлаевты белмәгән кеше юҡ!

Бөгөн милли геройыбыҙ, талантлы хәрби һәм шағир Салауат Юлаевтың тыуған көнө. Уның тыуыуына 266 йыл тула. Ошо айҡанлы республикала бик күп саралар үтә. Аңлашылыуынса, быйылға улар онлайн тәртиптә уҙғарыла.

М.В. Нестерев исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының Стәрлетамаҡ ҡалаһы филиалы картиналар галереяһы ла мөһим саранан ситтә ҡалманы. Бөгөн бында онлайн форматта “Башҡорт рәссамдары әҫәрҙәрендә Салауат Юлаев образы” тип аталған виртуаль күргәҙмә үтә.
Башҡорт мәҙәниәте өсөн Салауат Юлаев образы Урал батыр образы кеүек үк бик ҙур әһәмиәткә эйә. Уларҙың характерҙары быуаттар буйы формалашҡан һәм милли символ кимәленә еткерелгән.
Салауат Юлаевтың әҙәби образы XIX быуат башында уҡ барлыҡҡа килгән. Мәҫәлән, Александр Пушкиндың “Пугачев тарихы” тигән әҫәрендә. Башҡорт әҙәбиәтендә Салауат образын тәүгеләрҙән булып Шәйехзада Бабич “Салауат батыр” шиғырында күрһәтте. 1929 йылда Степан Злобин “Салауат Юлаев” тигән тарихи роман яҙған. Уларҙан тыш та бик күп яҙыусылар батырыбыҙ образына ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайтҡан. Шуға күрә беҙ уны бик яҡшы күҙ алдына килтерә алабыҙ.
Салауаттың йөҙ-ҡиәфәтен дә күптәр яҡшы күҙ алдына килтерә ала. Бында беҙҙең рәссамдар һәм скульпторҙарға ҙур рәхмәт әйтергә кәрәк. Улар араһында А.П. Лежневтың эштәре алдынғылар иҫәбендә. Шулай уҡ А. Кузнецов, Т. Нечаева, А. Тюлькин, Р. Ишбулатов, Г. Мостафин, С. Тавасиевтарҙың эштәре лә ҙур иғтибарға лайыҡ. Сосланбәк Тавасиевтың билдәле һәйкәле иһә республикабыҙ һәм Өфөбөҙҙөң йөҙө булып тора.
Виртуаль күргәҙмәлә был эштәрҙең күпселеге урын алған. Улар менән https://vk.com/album-53782151_273233117 һылтанмаһы буйынса танышырға була.

Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: