Халыҡты эш менән тәьмин итеү хеҙмәтендә һөҙөмтәле эшләүсе һөнәрмәндәр командаһы булдырылған. Хеҙмәт буйынса белгес Гөлсәсәк Бәҙретдинова, инспекторҙар Гүзәл Сәйетова, Эльвера Талипова, Илира Шипаева, водитель Рәшит Назаров үҙ һөнәренең оҫтаһы булып, бирегә мөрәжәғәт иткән граждандарға квалификациялы һәм сифатлы ярҙам күрһәтергә әҙер.
Уҙған йыл бер инспектор айға 30-ға яҡын ғариза эшкәрткән булһа, хәҙер 65-тән артып китте. Беҙҙең инспекторҙар ваҡыттары менән иҫәпләшмәй, иртәнән кискә тиклем кешеләргә эшһеҙлек буйынса пособие билдәләү һәм аҡса күсереү өҫтөндә эшләй. Илдә коронавирус таралыу сәбәпле, күптәр эшһеҙ ҡалды: компаниялар хеҙмәткәрҙәрҙе ҡыҫҡарта һәм эштән бушата, сөнки хеҙмәт хаҡы түләргә мөмкинселек юҡ. Киң күләмле үҙизоляция шарттарында барыһы ла эшләй алмай. Кемдер түләнмәй торған ялға китеүҙе һорай — был да хеҙмәт хаҡын юғалтыу тигән һүҙ. Офистар һәм кафелар ябыҡ икән, офис-менеджерҙар йәки официанттар кәрәк түгел. Шуға күрә лә эш эҙләүсе граждандарҙың һаны 322 кеше тәшкил итә, шуларҙың 195-е эшһеҙ. Ағымдағы йылдың 1 апреленән 2 июненә тиклем дистанцион рәүештә 266 кеше иҫәпкә баҫты. Эшһеҙлек буйынса пособие өсөн аҡса ваҡытында түләнә, 30 марттан Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин йөкләмәһе буйынса пособиеның максималь күләме арттырылды. 6 апрелдән Башҡортостан Республикаһының халыҡты социаль яҡлау интерактив порталында граждандар өсөн “Тура килә торған эш эҙләүҙә граждандарға ярҙам итеү” хеҙмәтенә инеү асыҡ булды. Мөрәжәғәтте интерактив порталда ҡарау өсөн граждан ғаризаһына кәрәкле документтар беркетергә тейеш. 9 апрелдән улар өсөн “Рәсәйҙә эш” мәғлүмәти порталы эшләй башланы. Гражданға резюме-ғариза тултырыу ҙа етә, яңы тәртип хеҙмәт кенәгәһенең скан-күсермәләрен, эш биреүсенән уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡы тураһында белешмә бирергә кәрәклекте төшөрөп ҡалдыра. Бындай ябайлаштырылған тәртип 2020 йылдың 31 декабренә тиклем индерелде.