Ошо көндәрҙә Башҡортостан газ селтәрҙәренә тағы ла өс ауыл ҡушылды. Балтас районының Юғары Иванай, Асҡын районының Ҡашҡа һәм Тәтешле районының Юғары Тәтешле ауылдарында йәшәүселәрҙең тәбиғи газ менән файҙаланыу мөмкинлеге булдырылды. Газ үткәргес линиялар тарифҡа махсус өҫтәмәләр программаһы буйынса төҙөлдө. “Газпром газораспределение Уфа” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Шамил Ғосман улы Шәриповтың был башланғысы республика Башлығы Радий Хәбиров тарафынан хупланып, программа буйынса эштәр 2019 йылдан башланды.
Районыбыҙҙың Түбән Иванай ауылы халҡы тәбиғи газ менән 20 йыл файҙалана. Ә бына газлы ауылға ҡушылып ултырған Юғары Иванайға “зәңгәр яғыулыҡ” ағымдағы йылдың май аҙағында ғына килеп етте. “Спецгазтехсервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тарафынан 4616 метр оҙонлоҡта газ үткәргес линия төҙөлөп, сафҡа индерелде. Был маҡсатта туғыҙ миллион һумдан артыҡ аҡса тотонолдо. Ауылда барлығы 62 йорт газға тоташтырыласаҡ. 10 хужалыҡ газ менән файҙалана башланы ла инде, тағы ла 15-е тоташтырыуға әҙер. 20 йыл көткән бәхеткә ирешеүселәр араһында Николай Миниев һәм Марс Байбулатов ғаиләләре лә бар. Был өйҙәрҙә газ ҡабыҙыу шатлығын район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев, “Газпром газораспределение Уфа” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Бөрө ҡалаһындағы филиалы баш инженеры Валерий Байгазов та уртаҡлашты. Әлбиттә, барлыҡ санитария-һаҡланыу шарттарын тулыһынса үтәп.
Хөкүмәт тарафынан күп балалы ғаиләләргә, ветерандарға һәм инвалидтарға газ үткәреү өсөн һиҙелерлек ярҙам күрһәтелә. Юғары Иванай ауылында йәшәүсе Николай Миниев 60 мең һум күләмендә ташламалы ярҙам сертификатына эйә булған. Ауылдың Үҙәк урамында күрше йәшәүсе Байбулатов, Манаев ғаиләләре газ яғыулығын тулыһынса үҙ матди көстәре менән үткәргән. Уңған хужабикәләр Светлана Ильинична менән Анета Миниловна өсөн өйҙәрен газ үткәргес линияға тоташтырыу — оло бәхет. Ауылды газлаштырыуҙы махсус өҫтәмәләр программаһына индереү өсөн ҙур тырышлыҡ һалған район хакимиәтенә, төҙөүсе һәм тоташтырыусы ойошма хеҙмәткәрҙәренә улар бик рәхмәтле.