Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Июнь 2020, 11:56

Өлкәндәргә һәр саҡ иғтибарлы

Асҡын районынан Мөсфирә Сөнәғәтуллинаны ихласлығы, тырышлығы өсөн ололар бик ярата

«Һуңғы ваҡытта табиптар ҙа, социаль хеҙмәткәрҙәр ҙә, ирекмәндәр ҙә кешеләр сәләмәтлеге өсөн көрәштең алғы һыҙығында. Әлеге хәл-торош, шарттар айырыуса берҙәм булыуҙы, көстө бергә туплауҙы талап итә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эшмәкәрлегегеҙҙе үҙгәртеп ҡора алыуығыҙ, яңы шарттарға яраҡлашып эшләүегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм», — тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың социаль тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән тәбрик иткәндә.
Социаль хеҙмәткәр булып һәр кем эшләй алмай, сөнки башҡа кеше ҡайғыһын уртаҡлашыу, уның хәленә инеү, ярҙамлашыу, социаль хеҙмәттәр күрһәтеү кеүек сифаттар бик һирәктәргә хас. Асҡын районының Гөмбә ауылында йәшәүсе Мөсфирә Сөнәғәтуллина ла үҙ һөнәрен ысын күңелдән башҡара. Был йүнәлештә ул 11-се йыл эшләй. Өлкән быуын вәкилдәре әйтеүенсә, ул мәрхәмәтле, изге күңелле, инсафлы кеше. Тырыш хеҙмәткәрҙең күп һанлы Рәхмәт хаттары быға асыҡ дәлил.
Мөсфирә Таһир ҡыҙы сығышы менән Силәбе өлкәһенән. Нефть техникумын тамамлағандан һуң, Миньяр ҡалаһында заводта эшләй һәм шунда Асҡын районы егете Фәнилде осрата. Ләкин уға сәләмәтлеге торошо буйынса эшен ҡалдырырға тура килә. Йәштәр ғаилә башлығының тыуған яғына ҡайтып төпләнә.
Әлеге ваҡытта социаль хеҙмәткәр 60-тан 82 йәшкә тиклемге һигеҙ пенсионерҙы хеҙмәтләндерә. Өйҙә социаль ярҙам күрһәтеү бүлеге мөдире Рәйсә Әхмәтшина Мөсфирә Сөнәғәтуллина тураһында тик ыңғай фекерҙә: “Ул һәр кем менән яҡшы мөғәмәләлә, иғтибарлы, яуаплы. Хаҡлы ялдағылар менән эшләү дәүерендә йылы, ышаныслы мөнәсәбәт булдырҙы”.
Ғаиләһе лә эшенә аңлап ҡарай: тормош иптәше Фәнил Фәсхетдин улы хужалыҡ эштәрендә ярҙамлаша, бал ҡорттары ҡарай. Ҡыҙҙары баш ҡалала йәшәй. Оҙаҡламай улар ғаиләһендә шатлыҡлы ваҡиға көтөлә: армиянан улдары ҡайта.

Алия Ғилуанова.
Фото архивтан.
Читайте нас: