Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Июнь 2020, 14:41

Дәүләттән нимә тейеш?

Түләүһеҙ юл йөрөүгә һәм дарыуҙарға хоҡуҡты нисек рәсмиләштерергә? Коммуналь хеҙмәттәргә компенсацияны ҡайҙан алырға? Айлыҡ аҡсалата түләүҙе ҡайҙа бирәләр? Түбәндә ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап табырһығыҙ.

Мәғлүм булыуынса, пенсия тәғәйенләүгә тиклем биш йыл һәм унан аҙыраҡ ваҡыт ҡалған кешеләрҙе пенсия алды йәшендәгеләр тип йөрөтәләр. Ирҙәр өсөн ул – 60, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 55 йәштән башлана.

1. Мөлкәткә һалым ташламаһы
Уға пенсионерҙар һәм пенсия алды йәшендәгеләр хоҡуҡлы. Ташлама бер күсемһеҙ милек объектына ҡағыла. Ике фатирығыҙ һәм ике йортоғоҙ булһа, һеҙҙең теләк буйынса льгота бер фатирға һәм бер йортҡа бирелә. Һалым хеҙмәтенең урындағы бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

2. Алты сутый ергә һалым ташламаһы
Пенсионерҙарға, пенсия алды йәшендәгеләргә тейеш. Мәҫәлән, ерегеҙ ун сутый икән, уның дүрт сутыйына ғына һалым һалына. Ҡала һәм райондар ташламаны үҙаллы билдәләй ала. Мәҫәлән, ҡайһы бер биләмәләрҙә хеҙмәт ветерандары ер һалымынан азат ителгән. Льгота алыу өсөн Һалым хеҙмәтенең урындағы бүлексәһенә барырға.

3. Транспортҡа һалым таш­ламаһы
Был льготаға:
1) Советтар Союзы һәм Рәсәй Федерацияһы Геройҙары, Социалистик Хеҙмәт Геройҙары, Дан ор­денының, Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалерҙары;

2) Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, хәрби хеҙмәт ветерандары, бөтә категория инвалидтары, хеҙмәт ветерандары хоҡуҡлы.

1-се төркөмгә ташлама бөтә авто­мо­билдәргә, 2-се төркөмгә иһә сыҡҡан көндән алып тиҫтә йылдан ашыу ва­ҡыт үткән, ҡеүәте 150 ат көсөнә тиклемге машиналарға һәм 250 ат кө­сөнә тиклемге йөк авто­мобилдәренә бирелә. Бер нисә машинағыҙ булһа, льгота уларҙың береһенә генә ҡағыла. Һалым хеҙмәтенең урындағы бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә.

4. Килемгә һалым ташламаһы
Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтарына һәм ветерандарына, блока­да­лағы Ленинградта йәшәгән кеше­ләргә, концлагерҙар тотҡондарына бирелә.

Һалым ҡайтармаһы – ул һалым һалынмай торған аҡса күләме. Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары өсөн ул айына – өс мең һум, ҡалғандарға 500 һум тәшкил итә. Әгәр һеҙ бер нисә категорияға инһәгеҙ, иң ҙур ташламаны файҙалана алаһығыҙ. Мә­ҫәлән, ветеран 10 мең һум эшлә­гән. Дөйөм талаптар буйынса ул был аҡсанан 1300 һум килем түләргә тейеш, ләкин уның һалым ҡайтармаһы бар, йәғни һалым ете мең һумға һалы­на һәм уның күләме 910 һум тәшкил итә. Ташламаны Һалым хеҙмәтенең урындағы бүлексәһендә бирәләр.

5. Шифаханала һәм курортта дауаланыуға юллама
Уға инвалидтар, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтары, хәрби хәрәкәт ветерандары, тыл эшсәндәре, блокадалағы Ленинградта йәшәгән кешеләр хоҡуҡлы. Юллама 2,5-3 йылға бер тапҡыр, ғариза яҙған көнгә ҡарап, сират буйынса бирелә. Быйыл льготалы бер кешенең шифахана-курортта дауаланыуына 1647,03 һум бүленә, юлламаның ғәмәлдәге хаҡы иһә 23-26 мең һум тәшкил итә.

Льготалы бер кешегә йүнәлтелгән аҡса юлламаның хаҡын ҡаплама­ғанға күрә, уны һатып алыуға бер нисә граждандың аҡсаһы йәлеп ителә. Сиратты төбәктәге Социаль страховка фонды сайтында күҙәтергә мөмкин. Бының өсөн СНИЛС һанын йыйырға кәрәк. Юлламаны алыу өсөн күп функциялы үҙәккә йәки Социаль страховка фондының территориаль бүлексәһенә (шул иҫәптән Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша) мөрәжәғәт итергә мөмкин.

6. Дауалана торған ергә бушлай барыу һәм ҡайтыу
Бындай хоҡуҡтан инвалидтар, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтары, хәрби хәрәкәт ветерандары, тыл эшсәндәре, блокада­лағы Ленинградта йәшәгән кешеләр файҙалана ала. Шифахана-курортта дауаланыуға юллама менән бергә льготалыларға шулай уҡ дауала­ныуға бушлай барып ҡайтыуға исемле йүнәлтмәләр һәм махсус талондар тапшырыла. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы “Росздрав” шифаханаларына һәм федераль әһәмиәттәге клиникаларға ла бушлай барыуға һәм ҡайтыуға талон менән йүнәлтмә ҡағыҙы бирә.

Махсус талонды файҙаланырға мөмкин:
l алыҫ араға йөрөгән поездарҙа (ике урынлыҡ купелы һәм юғары уңайлыҡтар булған вагондарҙан тыш);

l авиация транспортында (экономкласта, тимер юл бәйләнеше булма­ғанда йәки инвалид арҡа мейеһе ауырыуынан яфаланғанда йәки имгәнгәндә);

l автомобиль йәки һыу транспортында.

Йүнәлтмәне һәм махсус талонды алыу өсөн Социаль страховка фондына, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығына (шулай уҡ Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша) мөрәжәғәт итергә.

7. Башҡортостан һәм Рәсәй буйлап социаль турға сертификат
Пенсияһына социаль өҫтәмә алған пенсионерҙарға һәм инвалид­тарға; коляскалағы инвалид­тарға; күреү һәләте буйынса I төркөм инвалидтарына һәм уларҙы оҙатып йөрөгән кешеләргә бирелә. Пенсио­нерҙарға һәм инвалидтарға турист юлламалары хаҡының бер өлөшөн ҡаплау күләме, маршруттың үҙенсә­лек­тәренә ҡарамаҫтан, бер юлламаға һигеҙ мең һум; пенсияһына социаль өҫтәмә ал­ған пенсионерҙарға һәм инвалид­тарға; коляскалағы инва­лид­тарға; күреү һәләте буйынса I төркөм инвалидтарына һәм уларҙы оҙатып йөрөгән кешеләргә 12 мең һум тәшкил итә. Теркәлгән урын буйынса Республика халыҡты социаль хеҙ­мәтләндереү үҙәге филиалына йәки йәшәгән урын буйынса күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә.

8. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә компенсация
Бындай хоҡуҡҡа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тыл эшсәндәре, инвалид пенсионерҙар, хеҙмәт ветерандары, Социалистик Хеҙмәт Геройҙары эйә. Компенсация күләме һәр кемгә аныҡ билдәләнә. Ул ҡатмарлы формула буйынса иҫәпләнә һәм йәшәгән ҡалаға йәки районға бәйле.

Әйткәндәй, онлайн калькулятор ярҙамында үҙаллы яҡынса иҫәп-хисап яһарға мөмкин. Йәшәгән урын буйынса Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалына йәки күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә.

9. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә субсидия
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә түләү буйынса бурысы булмаған һәм хаҡты түләүгә киле­менең 16 проценттан ашыуын (70 йәштән өлкәнерәк яңғыҙ граж­дан­дарға) йәки 18 проценттан ашыуын (60 йәштән өлкәнерәк ирҙәргә һәм 55-тән олораҡ ҡатын-ҡыҙҙарға) тотонған аҙ тәьмин ителгән пенсио­нер­ҙар ошондай ташламаға эйә. Субсидия күләме лә һәр кем өсөн шәхси билдәләнә. Уны үҙаллы яҡынса иҫәпләп сығарырға онлайн калькулятор ярҙам итер. Субсидияны йәшәгән урын буйынса Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалы йәки күп функциялы үҙәк аша юлларға була.

10. Айлыҡ аҡсалата түләү
Ул ветерандарға түләнә. Хеҙмәт ветерандарына: ташламаға хоҡуҡ ту­раһында таныҡлығы булғандарға – 400 һум; пенсия таныҡлығында ҡу­шымтаһы булғандарға – 200 һум; оҙай­лы эш стажы булғандарға – 200 һум.

Маҡтаулы исем бирелгән ветеран­дарға: Башҡортостандың атҡаҙанған тармаҡ хеҙмәткәренә – 792,58 һум; СССР-ҙың йәки РФ-тың атҡаҙанған тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә – 1056,77 һум; Башҡортостан Республика­һы­ның халыҡ артисына, рәссамына һ.б. – 1056,77 һум; РФ-тың халыҡ артисына, рәссамына һ.б. – 1585,15 һум.

Түләүҙе алыу өсөн йәшәгән урын буйынса Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалына йәки күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә.

11. Пенсияға өҫтәмә
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаш­ҡан ҡатын-ҡыҙҙарға. Күләме – 2641,92 һум.

Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтарына. Фронтта яраланған йәки яра­ланыуҙың клиник үҙенсәлектәре буйынса инвалидлығын рәсмиләш­тергән (документ тапшырмайынса) кешеләргә тәғәйенләнә.

I һәм II төркөм инвалидтарына – 3038,21 һум, III төркөм инвалидтарына иһә 1519,10 һум түләнә.

Хәрби хәрәкәт ветерандарының айырым категорияларына. Өҫтәмә күләме ай һайын 5283,84 һум тәшкил итә.
Уны йәшәгән урын буйынса Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалы йәки күп функциялы үҙәк аша юлларға мөмкин.

12. Өлкәндәр өсөн халыҡ университетында уҡыу
Пенсия алды йәшендәгеләр һәм пенсионерҙар “Һынлы сәнғәт”, “Компьютер ғилеме”, “Бейеү”, “Вокал”, “Баҡсасылыҡ”, “Хоҡуҡ ғилеме”, “Кулинария”, “Психология”, “Халыҡ кәсептәре” кеүек йүнәлештәр буйынса белем алыу мөмкинлегенә эйә. Йәмғеһе 23 йүнәлеш ҡаралған. Уҡыу программаһына индерһендәр өсөн Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәгенә ғариза яҙыу шарт.

13. Йәмәғәт транспортында (такси һәм шәхси маршрут такси­ҙа­рынан тыш) юл йөрөүгә ташлама
Уға барлыҡ пенсионерҙар эйә. Ташламанан файҙаланыу өсөн берҙәм социаль юл йөрөү билеты һа­тып алырға кәрәк. Уның хаҡы – 600 һум, шул уҡ ваҡытта айлыҡ юл йөрөү күләме сикләнмәй. Башҡортос­тандың социаль картаһын алыу өсөн “Башҡортостан социаль карталар регистры”ның клиенттар офисына (Өфө ҡалаһы, Крупская урамы, 9), күп функциялы үҙәк филиалдарына, “Уралсиб” банкы офистарына мөрәжәғәт итергә.

14. Сүп-сарҙы ситкә сығарыуға ташлама
Льгота Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, инвалидтарына, тыл эшсәндәренә, хеҙмәт ветерандарына бирелә. Әйткәндәй, сүп-сарҙы ситкә сығарыуға сығым торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә сығымдарҙы айлыҡ аҡсалата компенсациялау күләменә индерелгән. Сығым авто­матлаштырылған тәртиптә компенсациялана, бының өсөн ниндәй ҙә булһа ойошмаларға махсус мөрә­жәғәт итеүҙең кәрәге юҡ.

15. Капиталь ремонтҡа сығым­ды ҡаплау
Был ташламаға эшләмәгән 70 йәше тулған фатир милекселәре хоҡуҡлы. Әгәр пенсионер яңғыҙ йәки башҡа пенсионер, пенсия алды йәшендәге йәки инвалид кеше менән йәшәһә, компенсация күләме 50 процент тәшкил итә. Йәше 80-де үткән­дәргә капиталь ремонтҡа 100 процент ташлама бирелә. Йәшәгән урын буйынса Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалына йәки күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә.

16. Йортҡа газ үткәреүгә сертификат
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтары, ишле ғаиләләр, инвалидтар, бындай кешеләр өс йылдан күберәк йәшәгән ғаиләләр, “блоклы төҙөлөш йорттары” тип йөрөтөл­гән таунхаустарҙа йәшәгән кешеләр был хоҡуҡтан файҙалана ала.

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм инвалидтарына – 100 мең һумлыҡ, башҡаларға 60 мең һумлыҡ сертификат бирелә. Тик был кеше­ләр­ҙең йорто газ үткәрелгән биләмә­ләрҙә урынлашырға тейеш. Сертификатты алыу өсөн иң элек “Газпром газ бүлеү Өфө” йәмғиәтенә мөрәжәғәт итеп, йортто газ селтәренә тоташтырыу мөмкинлеге булыу-булмауы буйынса кәңәшләшергә кәрәк. Әгәр барыһы ла тәртиптә икән, килешеү төҙөлә. Тейешле документтарҙы һәм килешеүҙе алып, Республика ха­лыҡҡа социаль ярҙам үҙәгенә йәки күп функциялы үҙәккә барырға ҡала.

17. Планға ярашлы дауаланыу
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтары, тыл эшсәндәре хро­ник сирҙәрҙән дауаланыу өсөн Бөйөк Ватан һуғышы ветеран­дарының Республика клиник госпита­ленә ята ала. Бының өсөн йәшәгән урын буйынса участка терапевына барыу фарыз.

18. Дарыуҙарға ташлама
I, II һәм III төркөм инвалидтары, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, блокадалағы Ленинградта йәшәгән, Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәлә зыян күргән кешеләр, шулай уҡ хәрби хәрәкәт ветерандары; инсульт, инфаркт үткәргән һәм йөрәк-ҡан та­мырҙары ауырыуҙарына бәйле операция яһалған пациенттар 100 процент ташламаға иҫәп тота ала.

Ҡартлыҡ буйынса пенсияһы минималь күләмдә, йәғни төбәктә пен­сионерҙар өсөн билдәләнгән йәшәү минимумынан түбәнерәк булған (Баш­ҡортостанда 7801 һум) өлкән­дәргә дарыуға 50 процент ташлама бирелә. Бындай дарыуҙарҙы алыу өсөн табиптан рецепт алырға кәрәк. Махсус бланкты поликлини­каның баш табибы раҫларға тейеш.

Әйткәндәй, был ташламаны аҡса­ға алмаштырырға мөмкин. Бының өсөн Пенсия фондының урындағы бүлексәһенә ғариза яҙыу шарт. Дарыуға 50 процент ташламаһы булғандар дарыуҙы үҙенең иҫәбенә тулы хаҡҡа һатып ала. Артабан уның ярты хаҡына компенсация түләнә. Ташлама алыу өсөн урындағы полик­линикаға мөрәжәғәт итәләр.
Автор: Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне
Читайте нас: