Йәнтөйәк
+4 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
1 Июня 2020, 06:37

Һаумы, йәмле йәй!

Шөкөр, йылдың иң йылы, йомарт, бәрәкәтле, көнө йылды туйҙырыр миҙгеленә лә аяҡ баҫтыҡ. Йәйгә бәйле халҡыбыҙҙа ниндәй әйтемдәр, һынамыштар бар? Уларға күҙ һалайыҡ әле.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һынамыштар
Июндә ҡояш ҡалҡҡанда томра булһа, көн боҙола.
Әгәр иртәнсәк үлән ғәҙәттәгенән нығыраҡ аңҡый икән – ямғырға.
Кисен сиңерткәләр сырылдауы асыҡ ҡына булып ишетелһә, иртәгәһенә аяҙ була.
Кистән ысыҡ мул төшһә, иртәгәһенә аяҙ булыр.
Ҡаҙаяҡ бөгәрләнһә – ямғырға.
Йәй ямғырлы булһа, ҡыш оҙон булыр.
Әйтемдәр

Май икмәк булдырһа, июнь бесән өлгөртә.
Йәйҙең йәме эш менән, көҙҙөкө емеш менән.
Йәйгә сыҡһаң — ҡышты, ҡышҡа инһәң, йәйҙе уйла.
Йәйҙең бер көнө ҡыштың бер аҙнаһына торошло.
Вайымһыҙ йөрөһәң йәй көнө, алымһыҙ булырһың көҙ көнө.
Йәйең рәтле булһа, сәйең шәрбәтле булыр.
Фото: rabina.livemaster.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас