Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Май 2020, 17:34

Матурлыҡ тыуҙыралар

Борай районы Таңатар ауыл биләмәһендә ҙур эштәр башҡарыла

Ағымдағы йыл республика Башлығы Радий Хәбиров тарафынан Зауыҡлы биләмәләр йылы тип иғлан ителгәс тә, ауылдарҙа төҙөкләндереү, йәшелләндереү эштәре планы булдырылды. Туғыҙ ауылды берләштергән Таңатар ауыл биләмәһе район үҙәгенән байтаҡ йыраҡта урынлашып, әйләнә-тирә ерҙәре һаҙлы, ҡомло булһа ла, бирелә шул шарттарҙа ла бик тырышып донъя көткән халыҡ йәшәй. Биләмә башлығы Алһыу Төхбәтуллина үҙе лә, һүрәт төшөрөүгә оҫта кеше булараҡ, матурлыҡты күрә лә, уны булдыра ла торған кеше.
Иң ҙур, иң күләмле эштәрҙең береһе — Таңатар ауылының иҫке зыяратын төҙөкләндереү. Бирелә бик күп ҡартайған ағастар үҫкән, шунлыҡтан эсе ҡараңғыланған. Ағастар киҫелеп таҙартылғас, зыяраттың алғы яғына профнастилдан ҡойма тотолған, ҡараусыһы Мирданур Шәйҙуллин үҙ ҡулдары менән тимерҙән һырлап-биҙәп ҡапҡа яһаған. Был эштәрҙе, әлбиттә, халыҡ менән бергә башҡарған таңатарҙар. Уның ҡарауы, ҡарап туймаҫлыҡ матур һөҙөмтәле эш килеп сыҡҡан.
Икенсе ҙур эштәре әлегә тамамланмаған. Сәйет-Көрйә ауылында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ауылдаштар иҫтәлегенә яңы обелиск төҙөлә. Ул “Аныҡ эштәр” программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Ә Таңатар ауылындағы бындай обелиск буялып, тирә-яғына сәскәләр ултыртҡас, ауылдың бер матурлығы булып балҡып тора. Шунда яҡында ғына урынлашҡан ауыл биләмәһе хакимиәте, мәктәп, китапхана биналары алдына сальвия, георгин сәскәләре ултыртылған.
Урамдарҙың төҙөклөгө лә бирелә һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә. Әлеге көндәге ҙур ҡыуаныстары — Иҫке Көрйә ауылында Йылға аръяғы урамын төҙөкләндереүгә “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы"нда конкурста еңеүҙәре. Тимәк, йәй көнө был ауылдың да ошо урамына ҡомташ йәйеләсәк, юл төҙөкләндереләсәк. Әлбиттә, юл төҙөү — ҡиммәтле эш, шуға ла бик аҡрын бара. Әммә пландарҙан ситкә тайпылыу юҡ: Сәйет-Көрйә ауылында — Мәктәп, Таңатарҙа Йылға һәм Йәштәр урамдарына шулай уҡ ҡомташ түшәү планлаштырылған. Ниәттәре ысынға ашһын ғына.
Йәшелләндереү эштәрен дә бирелә иртә яҙҙан башланылар. Таңатар ауылына ингән урында 80 төп ағас ултыртылды. Улары ла киләсәктә бирегә килеүсе-ҡайтыусыларҙы йәшеллеге менән һөйөндөрөп торор әле, иншалла.
Алһыу Әниф ҡыҙының тағы ла бер матур идеяһы бар. Таңатар ауылы янында шыршылар үҫә. Ғәҙәттә, халыҡ бирегә килеп ял итергә ярата. Әммә унда тәбиғәт хозурлығынан башҡа бер нәмә лә юҡ. Биләмә башлығының уйы иһә — бирелә уңайлыҡтары булған махсус ял урыны булдырыу. Башҡарып сығып булһа, бына тигән урын буласаҡ ул. Рәхәтләнеп ял ит, бары тик бысратма һәм һаҡла ғына.
Ауыл ерендә Зауыҡлы биләмәләр йылы тип, ҙур-ҙур биналар төҙөп тә, эскәмйәләре, уйын майҙансыҡтары менән парктар, скверҙар булдырып та булмай. Әммә әлеге ауыл биләмәһендә йәшәүселәр кеүек зыяраттарҙы төҙөкләндереп, ҡапҡа-ҡоймаларҙы, өйҙәрҙе буяп, даими рәүештә юл буйҙарындағы сүп үләндәрен сабып тороп та матур йәшәп була. Гүзәллекте үҙ ҡулдарың менән тыуҙыра алыуыңды бары тик аңларға ғына кәрәк.
Читайте нас: