Йәнтөйәк
-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Май 2020, 01:07

Шәфҡәт туташтары моргта ҡунғанмы?

Архангел үҙәк район дауаханаһының ике шәфҡәт туташы шуға зарланған: уларҙы, коронавирус йоҡторған кеше менән бәйләнештә булғандан һуң, морг бинаһында изоляцияла ҡалдырғандар.

Был хаҡта “Башинформ” агентлығы хәбәр итә. Әйтеүҙәренсә, улар бик ныҡ ҡурҡҡан, ә бындай хәтәр обсерваторҙан ҡасып китмәһендәр өсөн хатта һаҡсылар ҡуйғандар.
Әммә Архангел район дауаханаһының баш табибы Людмила Хәтмуллина был мәғлүмәтте инҡар иткән һәм, шәфҡәт туташтары морг менән бер бинала урынлашҡан баклаборатория бүлмәһендә йоҡлаған, тип белдергән.
"Беҙҙәге провизор госпитале 12 койкаға иҫәпләнгән, шулай уҡ морг менән бер биналағы баклаборатория бүлмәһендә биш урынлыҡ изолятор ойошторолған. Унда коронавирус йоҡторғандар менән бәйләнештә булғандар урынлаштырыла. Шәфҡәт туташтары тап шунда төн уҙғарҙы. Унда даими эшләгән кеше бар, бер ниндәй ҙә еҫ юҡ", - тип белдергән баш табип.
Шулай уҡ етәксе, госпиталь һәм изолятор эшмәкәрлеге схемаһын барлыҡ инстанциялар менән килешеп эшләнек, тип өҫтәгән.
Быға тиклем дә Архангел район дауаханаһында бәхәсле хәл тыуғаны, медицина хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын һәм COVID-госпиталдә эшләгән өсөн өҫтәмәләрҙең дөрөҫ иҫәпләнмәүенә зарланғаны мәғлүм. Был хәлде Башҡортостан прокуратураһы тикшерә.
Фото: arhcrb.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: