Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Май 2020, 13:23

Ике мәктәп – Рәсәйҙә иң яҡшыһы!

#детибашкириисчастье#башҡортостанбалалары

“Тармаҡ лидерҙары” тип аталған Бөтә Рәсәй конкурсында Өфөнөң ике мәктәбе еңеүсе булды. Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе һәм балалар сәнғәт мәктәбен оло еңеүҙәре менән ҡотларға була.
Был сарала илдең 51 меңдән ашыу мәктәбе ҡатнашты.
”Сағыу еңеү мәктәптең бер быуатлыҡ юбилейына лайыҡлы бүләк буласаҡ. Беҙҙең өсөн тауыш биргәндәргә рәхмәт. Ике меңдән ашыу тауыш йыйҙыҡ,” - ти музыка мәктәбе уҡытыусылары.
”Тармаҡ лидерҙары” – мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт ойошмалары өсөн асыҡ конкурс. Унда мәктәптәр, балалар баҡсалары, өҫтәмә һәм профессиональ белем биреү учреждениелары ҡатнаша ала. Балаларға белем һәм тәрбиә биреүҙә ҙур тырышлыҡ һалған уҡытыусылар коллективтарына яңы үрҙәр теләйбеҙ.
Фото: “Башинформ”.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: