Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Май 2020, 17:47

Үҙҙәре лә бал ҡорттары кеүек

Яңы Ҡара ауылында йәшәүсе Зәлиә һәм Нәсим Мәүлимшиндарҙы бал ҡорттарына тиңләйҙәр.

Яңы Ҡара ауылы уңған, эшһөйәр, татыу ғаиләләре менән данлы. Шундай уңған ғаиләләрҙең береһе — Зәлиә һәм Нәсим Мәүлимшиндар.
Бер-береһенә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, һөйөп-һөйөлөп, терәк-таяныс булып йәшәүҙәренә лә июндә 34 йыл тула. Өс ҡыҙға ғүмер биреп, үҙҙәре һымаҡ эшһөйәр, изге күңелле итеп тәрбиәләп үҫтергәндәр.Улар барыһы ла юғары белем алып, яратҡан һөнәрҙәре буйынса эшләй. Лилиә менән Ләйсән — медицина, Гөлсәриә мәғариф өлкәһендә тырышып хеҙмәт итә. Ҡыҙҙар татыу ғаилә ҡороп, бөгөн үҙ тормоштарын көтә.
Зәлиә апай тегеүсегә уҡыһа ла, үҙ белгеслеге буйынса эшләргә форсат сыҡмай. Төрлө ерҙәрҙә хеҙмәт һала, әлеге мәлдә – өйҙә. Нәсим ағай бер ара урмансылыҡта мастер ҙа булып эшләп ала, оҙаҡ йылдар ауыл хужалығы тармағында тракторҙа эшләй.
Мәүлимшиндар йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнап йәшәй. Ауылда һәм районда үткән мәҙәни сараларҙа ла, төҙөкләндереү өмәләрендә лә әүҙем ҡатнашалар.
Намыҫлы, эшһөйәр, сәләмәт тормош алып барған Нәсим Ҡасим улын ауыл Советына өс саҡырылышта депутат итеп һайлайҙар. Ауылдаштарының тормошон еңеләйтеү өсөн хәленән килгәндең барыһын да эшләргә тырыша.
Йүнсел ғаилә бал ҡорттары, ҡош-ҡорт ҡарай, күпләп мал аҫрай. Матурлыҡҡа ғашиҡ хужабикәнең баҡса һәм ихатаһы йәйҙәрен күҙ яуын алырлыҡ гөл-сәскәләргә күмелә. Буш ваҡыты сыҡҡанда Зәлиә апай ҡул эштәренә тотона, йылы һәм матур башмаҡтар, ойоҡбаштар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар бәйләй. Береһенән-береһе тәмлерәк итеп бәлештәр һәм башҡа тәмлекәстәр бешереп тә һыйлай ул яҡындарын.
Үҙ көстәре менән төҙөп сыҡҡан йорттарын балалары, ейәндәре ҡайтып һыйыныр йылы усаҡҡа әйләндереп, әйләнә-тирәгә матурлыҡ, изгелек орлоҡтары һибеп, йәштәргә өлгө булып ғүмер кисерә Мәүлимшиндар.
Наилә Имаева.
Читайте нас: