Йәнтөйәк
0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Май 2020, 10:12

Рейхстаг батыры

Ғази Заһитов — Рейхстаг түбәһенә әләм ҡаҙап, ҡәһәрле һуғышҡа нөктә ҡуйыусы Мишкә районы Янағош ауылы егете.

Райондашыбыҙ Ғази Заһитов менән сикһеҙ ғорурланабыҙ
Ғорурланырлык та шул, һәр ауылда ундай батырҙар тыумай. Ғази Заһитов — Бөйөк Ватан һуғышы батыры. Илебеҙгә тыныслыҡ, еңеү яулаусыларҙың береһе! Әлбиттә, беҙ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы һәр һалдатҡа баш эйәбеҙ. Улар — үлемһеҙ! Тыныс күгебеҙ, йылы өйөбөҙ өсөн һәр береһенә рәхмәт әйтәбеҙ.
Ғази Заһитов — Рейхстаг түбәһенә ҡәһәрле һуғышҡа нөктә ҡуйыусы, әләм ҡаҙаусы Мишкә районы Янағош ауылы егете. Тарих биттәренә күҙ һалһаң, шулай тип яҙылған: «30 апрелдә, кискә ҡарай, ғүмеренә ҙур ҡурҡыныс янаһа ла, төркөмөбөҙҙөң бер егете, Ғази Заһитов бинаға яҡынлашты. Штурм ваҡытында разведчиктар беренселәрҙән булып Рейхстагҡа барып инде. Ҡыйыҡҡа менеп, «Германия» исемле скульптураға Еңеү әләме ҡаҙанылар». Төркөм Байраҡты 1 май таңына, иртәнге бишкә тиклем һаҡлай, һуңынан генерал Семен Никофорович Переверткин бойороғо буйынса Рейхстагты ҡалдыра. 1945 йылдың 1 майында Заһитов һәм уның иптәштәрен Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим итәләр, тик штурм ваҡытында Ғази Заһитовтың күкрәгенән дошман пуляһы үтәнән-үтә сыға һәм ул госпиталгә эләгә. Әммә, билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында, Советтар Союзы Геройы исеме уларға тапшырылмай, 1945 йылдың 18 майында улар Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана.
Геройыбыҙ тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн Янағош ауылының Ғази Заһитов исемендәге хеҙмәт һәм хәрби дан музейына юлландыҡ. Музей методисы Айрат Нәғим улы Заһитов бына шундай мәғлүмәт бирҙе: “Ғази Ҡазыхан улы 1921 йылдың 21 авгусында хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Ғаиләлә биш бала үҫәләр. 1931 йылда ауыл мәктәбенә уҡырға бара. 1934-1938 йылдарҙа күрше Уръяҙы ауылында уҡыуын дауам итә. Көн һайын алты саҡрым арауыҡты йәйәү, ҡыш көндәре саңғыла үтеүе егетте физик яҡтан сыныҡтыра. 1938 йылда Ғази иптәштәре менән бергә Бөрө медицина техникумына уҡырға инә. 1940 йылдың көҙөндә Ҡыҙыл Армия сафына хеҙмәткә, артиллерия ғәскәренә алына. Уны армияға Уръяҙы ауылынан Сажиҙә исемле һөйгән ҡыҙы оҙатып ҡала. Һуғыш башланғанда ул Эстонияла була. Һуңынан майор Николай Дмитриевич Иванов етәкселегендәге 83-сө айырым разведка артиллерия дивизионы сафтарында фашистарға ҡаршы көрәшеүен дауам итә. Һалдат бурысын ҡыйыу егет үҙ илен немец баҫҡынсыларынан азат итеүгә бағышлай. Һуғыш юлын башынан аҙағынаса үтә. Беренселәрҙән булып Еңеү байрағын Рейхстагҡа ҡаҙаусы һалдат. 1945 йылдың йәйендә Fазетдин ялға ҡайта. Бер айға яҡын әсәһе янында йәшәй һәм ҡаты яраланыуы, Рейхстаг өсөн көрәштәрҙә батырлыҡ күрһәтеүе тураһында бер һүҙ ҙә әйтмәй. Ул шундай тыйнаҡ, итәғәтле була. 1946 йылдың 1 июлендә Заһитов демобилизацияланып ҡайта. Өлкән сержанттың күкрәгендә “Батырлыҡ өсөн”, «Варшаваны азат иткән өсөн”, «Берлинды алған өсөн», «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү өсөн» миҙалдары һәм ‘’Ҡыҙыл йондоҙ”, III дәрәжә Дан ордендары була.
Тәүҙә ябай колхозсы булып эшләй. Унан һуң ауыл Советы рәйесе итеп һайлайҙар. Шул уҡ йылды күрше ауылдан Камилә исемле ҡыҙға өйләнә. Бөтөн ауыл менән туй яһайҙар. Тиҙҙән Камай МТС-ына механик булып күсә. 1953 йылдың авгусында Заһитов йөк машинаһы менән Өфөгә ауыл хужалығы техникаһына запас частар алырға бара һәм автомобиль һәләкәтенә эләгеп, фажиғәле рәүештә һәләк була. Ни бары 1964 йылда “Комсомольская правда” гәзите аша ауылдаштары Ғазиҙың батыр икәнен белә. Тик ул ваҡытта батыр Ғазетдин 11 йыл инде баҡыйлыҡта була.
Бөгөн Янағош ауылында батыр исемен йөрөткән музей эшләй. Ғази Заһитов тураһында бай мәғлүмәт тупланған унда. Ауыл мәктәбе уның исемен йөрөтә. Район үҙәгендә Ғази Заһитов исеме менән урам аталған. Янағош ауылының зыярат уртаһында һуғыш ҡаһарманына һәйкәл ҡуйылған. Аҡ мәрмәр стелаға: «Бында Fазетдин Ҡазыхан улы Заһитов ерләнгән, 1921-1953 йылдар. Берлинды алыуҙа ҡатнашҡан, Рейхстагҡа беренселәрҙән булып Ҡыҙыл байраҡ ҡаҙаған батырҙы мәңге онотмайыҡ», — тип яҙылған. Ғази Заһитовтың данлы һуғыш юлы тураһында Айҙар Хәлим “Татар һалдаты” тарихи-документаль әҫәрендә яҙа. Был китап 2018 йылда Александр Невский исемендәге Бөтә Рәсәй тарихи-әҙәби премияһына лайыҡ була.
Советтар Союзы Геройы исеме батырыбыҙға 1997 йылдың 21 майында үлгәндән һуң бирелә. Ысын герой исемен бөгөн беләләр, бик күп эҙләнеүҙәр, иҫбатлауҙар аша дөрөҫлөк тантана итте. Ауылдашыбыҙ ысын батыр!
Күптән түгел Татарстан Республикаһының баш ҡалаһы Ҡазанда Еңеү паркында Ғази Заһитовҡа һәйкәл булдырыласаҡ, тигән шатлыҡлы хәбәр алдыҡ. Авторы — Мәскәү ҡалаһынан скульптор Никита Мазаев. Һәйкәлде тантаналы асыу сараһы “ТНВ” каналында тура эфирҙа күрһәтеләсәк.
Таңсулпан БИКБУЛАТОВА.
Янағош ауылы
Читайте нас: