Ҡоро паектағы аҙыҡ йыйылмаһы төрлөсә: ул күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләлә тәрбиәләнгән уҡыусыларға һәм физик мөмкинлектәре сикләнгән балаларға көнөнә нисә һум бүленеүенән сығып иҫәпләнә. Аҙнаһына бер тапҡыр бирелгән тупланмаға ярмалар, макарон изделиелары, консервалар, һут, печенье, көнбағыш майы һәм башҡа тиҙ боҙолмай торған аҙыҡтар инә. Уның составы һәр районда йәки ҡалала төрлөсә. Сәләхетдиновтар ғаиләһенә аҙыҡ йыйылмаһының ике төрлөһө лә тейеш.
Мәктәп йәшендәге балаларым өсәү: Фәнзәлиә — Асҡын 2-се урта мәктәбенең 10-сы, Илнар — 7-се, Ынйы 4-се класында белем ала. Әлеге мәлдә өсөһө лә тырышып өйҙән уҡый. Кем телефондан, кем ноутбуктан дәрестәр ала. Ошондай ауыр мәлдә дәүләт тарафынан күрһәтелгән ярҙамға бик шатбыҙ. Иш янына ҡуш тигәндәй, пакеттарға көн дә кәрәкле аҙыҡ-түлек һалынған. Дөйөм алғанда, ике төрлө ярма, макарон, һут, көнбағыш майы, ҡуйыртылған һөт, сәй, алма бик урынлы булды. Бындай ярҙамға балалар ҙа, үҙем дә бик шатландыҡ һәм хөкүмәтебеҙгә хәстәрлек өсөн бик рәхмәтлебеҙ, — тине Рәйсә Ғафурьян ҡыҙы.