Йәнтөйәк
-4 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Апрель 2020, 18:10

Өсөһө лә тырышып уҡый

“Дистанцион уҡыуҙың да ыңғай яғы бар”, — ти Асҡындан Ҡадыровтар

Донъяла һәм илдә коронавирусҡа бәйле киҫкен хәл килеп тыуыу сәбәпле, республикала уҡыусылар өсөн 6 апрелдән дистанцион уҡыуҙар башланды. Малайҙар һәм ҡыҙҙар ҙур тырышлыҡ менән компьютер, планшет, телефондар аша уҡытыусылары үткәргән дәрестәрҙе үҙләштерә, биремдәрҙе үтәй.
Асҡын ауылында йәшәүсе Ҡадыровтар ғаиләһендә лә бөгөн өс уҡыусы дистанцион белем ала. Айзат менән Илзат — сығарылыш класс уҡыусылары, Асҡын 2-се урта мәктәбенең 11А класында уҡый. Төпсөктәре Алина 2А класта белем ала. Өсөһө лә тырыш, тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә.
“Яман сир таралыу ҡурҡынысы булғанлыҡтан, бөгөн балалар дистанцион уҡырға мәжбүр. Был уҡыу төрөн әлегә маҡтап та, хурлап та булмай. Ил менән шулай булғас, ни хәл итәһең, тырышырбыҙ, уҡыуға зыян килтермәҫбеҙ, тип уйлайым. Һәр килеп тыуған хәлдең ыңғай яҡтарын да күрә белергә кәрәк. Әлегәсә белмәгән, күрмәгән белем алыу платформаларына теркәлеп, балалар шулар менән эшләргә өйрәнде. Атап әйткәндә, улдарым компьютерҙа күберәге “ЯКласс” платформаһында шөғөлләнә, уҡытыусылары ебәргән биремдәрҙе үтәй, Zoom-да ла видеоконференция рәүешендә үткән дәрестәрҙә ҡатнаша. Өйгә эштәрҙе ебәргәс, кисен электрон журналға инеп, билдәләрен ҡарайҙар. Быйыл сығарылыш класында уҡығас, малайҙарҙың эше күп. Төрлө әсбаптарҙан биремдәр үтәп, вебинарҙар ҡарап, һайлаған фәндәре буйынса Берҙәм дәүләт имтихандарына ла әҙерләнәләр. Ә Алина ҡыҙым телефондан Zoom платформаһы аша шөғөлләнә. Үткәргән дәрестәрҙән һуң уҡытыусы биремдәрҙе электрон адресҡа ла, ватсап аша ла һала. Шунан уға шул уҡ юлдар менән яуаптар ебәрәбеҙ. Тәүге уҡыу көнөндә Интернет селтәрендә көсөргәнеш килеп тыуғайны, бөгөнгә яйланды. Шуныһы ла һиҙелә: балаларға өйҙән уҡыу оҡшаһа ла, уларҙың мәктәптә белем алғылары килә. Уҡытыусылары, класташтары менән күҙгә-күҙ ҡарашып аралашыу етмәй. Балаларыбыҙға белем биреүҙә күп көс һәм тырышлыҡ һалған уҡытыусыларыбыҙға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ”, — тип үҙенең фекерҙәре менән бүлеште өс бала әсәһе Гөлназ Тәлғәт ҡыҙы.
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас: