Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Март 2020, 14:30

Яҙ кинәт "мөхәббәт" уянһа...

Яҙ етһә, әллә ниндәй ят ризыҡтар ашағы килә башлай. Ҡайһы саҡ хатта элек бөтөнләй яратмағандарҙы ла ҡабып ҡуяһың.

Белгестәр әйтеүенсә, баҡтиһәң, организмдағы бындай «сәйерлек»кә яҙғы витаминдар ҡытлығы ғына ғәйепле түгел икән. Теге йәки был ризыҡты ашағы килеү теләгенең кешелә етди сир барлығы тураһында ла киҫәтеүе мөмкин.

Һуған, һарымһаҡ, тәмләткестәр. Уларға ҡарата кинәт кенә уянған "мөхәббәт"тең тын алыу юлындағы сирҙәр тураһында һөйләүе ихтимал.

Ҡалҡан биҙе эшмәкәрлеге боҙолғанда, зәйтүн емешенә ихтыяж барлыҡҡа килеүе мөмкин.

Организмында углеводтар алмашыныуы боҙолған, гипогликемиянан йәки шәкәр сиренән интеккән кеше, ғәҙәттә, туңдырмаға мөкиббән китә.

Бананға битараф булмағандарға йөрәген тикшертеп алыу зыян итмәҫ.

Көнбағыш ярырға яратҡандар иһә организмды ваҡытынан алда ҡартайыуҙан һаҡлаған антиоксидант-витаминдарға ҡытлыҡ кисерә.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас: