Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Март 2020, 15:50

Иҫке Мутабаш китапханаһында – шиғриәт кисәһе

Бөтә илдәрҙең шағирҙары һәм шиғыр яратыусылары бөгөн, 21 мартта, Бөтә донъя шиғриәт көнөн билдәләй. Районыбыҙҙың белем усаҡтарында, китапханаларында ла был дата айҡанлы бай йөкмәткеле саралар ойошторола.Тулыраҡ материалды сайтҡа инеп уҡый алаһығыҙ.

Бөтә донъя шиғриәт көнөнә бағышлап Иҫке Мутабаш китапханаһында уҡыусылар өсөн матур сара үтте. Ул “Тыуған яғыбыҙҙы шиғырҙарыбыҙҙа данлайбыҙ” тип аталды. Уҡыусылар шиғриәт донъяһына сәйәхәт ҡылып, яҡташ шағирҙарыбыҙ тураһында бай мәғлүмәт алды, уларҙың китаптары менән яҡынданыраҡ танышты. Уҡыусылар тыуған яҡ тураһында, билдәле яҡташтарыбыҙ Ә. Ғаязовтың, Н. Ғәҙелдең, В. Герасимовтың шиғырҙарын тасуири уҡыны.
Теманы дауам итеп...
Бөгөн бөтә донъя шиғриәт көнө. 1999 йылда ЮНЕСКО-ның 30-сы конференцияһында был көндө билдәләү тураһында ҡарар сығарыла. Ҡарарҙа: “Шиғриәт хәҙерге замандың иң үткер һәм тәрән рухи һорауҙарына яуап бирә ала, һәм шуға ла уға йәмғиәт иғтибарын мөмкин тиклем киң йәлеп итергә кәрәк”, – тигән юлдар бар. Бөтә донъя шиғриәт көнө ҡәләм тирбәтеүсе йәштәргә, әҙәби түңәрәктәрҙә шөғөлләнеүселәргә, йәш шағирҙарға ижади һәләттәрен үҫтерергә мөмкинлек бирә.
Бөтә донъя шиғриәт көнө бәләкәй нәшриәттәргә үҙҙәре тураһында киң белдереү мөмкинлеген биреүгә саҡырылған, сөнки күбеһенсә уларҙың көсө менән заман шағирҙарының ижады уҡыусыларға, тере яңғыраған шиғри һүҙ традицияһын тергеҙеүсе әҙәби клубтарға еткерелә. Байрам ойоштороп, ЮНЕСКО бөтә донъя киң мәғлүмәт сараларын поэзияның, кешеләргә асыҡ, ысын заманса сәнғәт булараҡ, позитив образдарын булдырыуға өндәй.
Республикала шиғри һүҙгә, уның көсөнә иғтибар ҙур, йыл һайын билдәле шағирҙарҙың китаптары донъя күрә, телевидение-радио эфирында әленән-әле шиғырҙар уҡыла, яңы проекттар әҙерләнә.
Илһөйәр Махатова.
Фотолар китапхана сайтынан алынды.
Читайте нас: